Оло Ҡуйһары
Оло Ҡуйһары (рус. Большая Куйсарина) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡолой ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
Ҡараһыу йылғаһы буйында (Мейәс йылғаһы үҙәне) урынлашҡан.
Тарихы
Оло Ҡуйһары — табын башҡорттарының ауылы[2]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡара Табын улусы составында була.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халыҡ һаны
| 1816 | 1859 | 1866 | 1916 | 1920 |
|---|---|---|---|---|
| 364 | 696 | 755 | 816 | 363 |
| 2002[3] | 2010[1] |
|---|---|
| 563 | ↘502 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (97 %) йәшәй[4][5].
Билдәле шәхестәре
- Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1947) — дәүләт эшмәкәре. 1929—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 173. — 832 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
- Большая Куйсарина // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.