Сәләй

Сәләй (рус. Селяева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡамышлы ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Үҙйылға (Мейәс ҡушылдығы) йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Сәләй (Ҡушай) — табын башҡорттарының ауылы. Ауылдың атамаһы Сәләй Юлдашевҡа бәйле (1811 йылда уға 72 йәш булған)[2]

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

Халыҡ һаны

1816 1859 1866 1920
185 347 377 142
Халҡы иҫәбе
2002[3]2010[1]
357375

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[4][5].

Билдәле шәхестәре

  • Юламан Ҡушаев — Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Е. И. Пугачевтың полковнигы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 162-163. — 832 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  3. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  4. База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
  5. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Тема буйынса өҫтәмә