Сайма (Арғаяш районы)
Сайма — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Үрге Өпәле ҡалаһы территорияһында урынлашҡан[3]. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
Елән ярымутрауынан яҡын[4][5], Уйылды күленең төньяҡ-көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Ҡасаба янында тағы ла бер нисә күл бар: Тәрәнкүл[6], Доронькин[7] һәм башҡалар[8][9]. Шулай уҡ ҡасабаһынан алыҫ түгел Лисий утрауы бар[10].
Арғаяш районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район үҙәге Арғаяш ауылына тиклем — 30 км, ауыл биләмәһе Кузнецк ауылына тиклем 12 км алыҫлыҡта.
Этимологияһы
Сайма һүҙенең мәғәнәһе төрлөсә фаразлана. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр йылға атамаһын балыҡсыларҙың промысла туҡталкаһына бәйләйҙәр[11]. Силәбе өлкәһе буйынса тыуған яҡты өйрәнеүсе, топонимист Шувалов Н. И. «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» китабында: "Саима, Сайма — распространенное у мусульманских народов арабское женское имя — «соблюдающая пост», тип яҙа[3]. Сайма исеменән ҡасаба атамаһы булыуы ихтимал.
Тарихы
Утар 1912 йылда Ҡыштым улусында нигеҙләнә. Башта Уйылды Саймаһы тип атала, сөнки ҡасаба ошо уҡ исемле күл буйында урынлашҡан. Һуңынан Балыҡсылар Саймаһы (Рыболовная Сайма) (халыҡ кәсебенән) итеп үҙгәртелә.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 1926 йылда был урында бер генә йорт торған. 1948 йылға тиклем ҡасаба Ҡыштым районы составына инә, һуңғараҡ Арғаяш районына күсерелә.
Уның территорияһында балыҡ тотоу артеле ойошторола.
XXI быуат башында ситтән килгән кешеләр иҫәбенә ҙур ҡасабала булмаған үҫеш күҙәтелә. Балыҡсылыҡ хужалыҡтары һаҡланып ҡалған.. Ҡасаба биләмәләре тирәһе ял базалары[12][13][14][15], шулай уҡ коттедждар менән тулған.
Халҡы
Иҫтәлекле урындар
Төп иҫтәлекле урын тип Уйылды күле иҫәпләнә.
Транспорт
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 Топонимы Челябинской области (С_)
- ↑ полуостров Елин, Кузнецкое сельское поселение. ulitsy.openalfa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Остров Елин. wikimapia.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ Wikimapia - Let's describe the whole world! wikimapia.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ Озеро Доронькино Челябинской области. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ Озеро Большой Биляшкуль Челябинской области. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ озеро Акачкуль. Яндекс.Карты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ Остров Лисий. wikimapia.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ сайма — Викисловарь. ru.wiktionary.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ Светлана и Константин Теличко. Весенние Увильды: отдых с детьми — Наш Урал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ База отдыха "Жемчужина" на озере Увильды. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ База отдыха Чайка и Волшебный городок на озере Увильды — База отдыха Чайка на оз. Увильды. Челябинск. Екатеринбург. Отдых круглый год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ База отдыха «Скалистый мыс» - Сайма, Челябинская область, фото турбазы, цены, отзывы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Автобусы Туту. Туту автобусы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020.(недоступная ссылка)