Оло Ултыраҡ
Оло Ултыраҡ (рус. Большая Ультракова) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Аяҙғол ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
Айыусы йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Оло Ултыраҡ (Айыусы) — әйле башҡорттарының ауылы[1]. Тәүге тапҡыр 1785 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 6-сы йортона керә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1900 | 1916 | 1920[1][2] |
|---|---|---|---|---|---|
| 183 | 265 | 331 | 233 | 217 | 176 |
Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value). 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (100 %) йәшәй[3][4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 199, 219. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
- ↑ 1 2 Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.