Ялтыр

Географик урынлашыуы

  • Район үҙәгенә тиклем (Арғаяш): 50 км
  • Ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Яратҡол): 7 км.

Тарихы

Ауыл Ялтыр Таймасов исемен йөрөтә. Ялтыр Таймасов — башҡорт тарханы, Ҡара-Табын улусы старшинаһы, Таймаҫ Шәһимовтың улы[3].

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонына ҡарай. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой улусы составында була.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 198 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 102 ир-ат һәм 96 ҡатын-ҡыҙ[4].

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (99 %) йәшәй[5][6].

1816 1859 1868 1900 1916 1920 1959 1970 1983 1995
133 328 376 459 540 544 389 418 299 200

Билдәле шәхестәре

  • Шәһимов Фазылйән Закир улы (1933—1994) — металлург, техник-электромеханик. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР-ҙың почетлы металлургы (1965).

Иҫкәрмәләр

  1. Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года: В 14 т. [Электронный ресурс] / Рос. Федерация. Федер.служба гос.статистики. — Офиц.изд. — М.: Статистика России, 2004. — Т.4: Национальный состав и владение языками, гражданство. — 1 электрон.опт.диск (CD-ROM). — (Всероссийская перепись населения 2002 года; Т.4).
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 169-170. — 832 с.
  4. Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған..
  5. База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
  6. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә