Булат (Арғаяш районы)
Булат (рус. Булатова) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Хоҙайбирҙе ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
Үҙәнйылға йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Булат — ҡатай башҡорттарының ауылы[1]. Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2-се башҡорт кантонының 3-сө йортона керә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халыҡ һаны
| 1834 | 1869 | 1859 | 1920[1] |
|---|---|---|---|
| 144 | 182 | 300 | 264 |
Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value). 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (89 %) йәшәй[2][3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 215, 218.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.