Оло Иҫәнгилде
Оло Иҫәнгилде (рус. Большая Исянгильдина) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡолой ауыл биләмәһе составына инә.
Тарихы
Оло Иҫәнгилде (Иҫәнгилде) — әйле башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[1]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Географияһы
Арғаяш районының көньяғында, Ҡараһыу йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡолой ауыл биләмәһенә ҡарай, биләмәнең административ үҙәге Ҡолой ауылына тиклем — 10 км.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1866 | 1900 | 1920 |
|---|---|---|---|
| 159 | 645 | 445 | 694 |
Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value). 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (97 %) йәшәй[2][3].
Билдәле шәхестәре
- Йосопов Вәли Йосоп улы (1896—1962) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Көсөковтар — кантон башлыҡтары, башҡорт дворяндары нәҫеле.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.