Арғужа

Арғужа (рус. Аргази) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ҡасаба. Байрамғол ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Арғужа һыуһаҡлағысы (элекке күл) буйында район үҙәге Арғаяш ауылынан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы

Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонына ҡарай.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[2]2010[1]
276238

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (72 %) йәшәй[3][4].

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә