Суфый (ауыл)
Суфый (рус. Суфино) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Нөркә ауыл биләмәһе составына керә.
Географик урынлашыуы
Тиҙкүлмәк күле буйында урынлашҡан.
Тарихы
Суфый атамаһы 1811 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә теркәлгән 62 йәшлек Күҙәбайҙың атаһының исеме Суфый менән бәйле. Ауылдың башҡа атамалары ла бар — Сура һәм Алғаҙы. Һуңғыһы 1811 йылғы ревизияла теркәлгән 32 йәшлек Самхужа һәм 28 йәшлек Дауытхужа Алғазиндарҙың аталарының исеме менән бәйле[1].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халыҡ һаны
| 1811 | 1859 | 1866 | 1916 |
|---|---|---|---|
| 31[2] | 111 | 155 | 261 |
Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value). 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (98 %) йәшәй[3][4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 157. — 832 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ Ирҙәрҙең һаны.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.