Кесе Усман
Кесе Усман — Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ауыл. Аҡбаш ауыл Советы составына инә.
Совет осоронда Оло Усман ауылынан айырылып күсеп ултырған яңы ауыл, ҙур ауылдан бүленеп сыҡҡанға күрә атамаһы ла Кесе Усман. Ауыл «Комбайн» колхозының баҫыу станы ҡарамағында була[3].
Географияһы
Арғаяш районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Район үҙәге Арғаяш ауылына тиклем — 29 км.
Климаты
Климаты уртаса континенталь. Һауа торошо йыш үҙгәреп тора.
Халҡы
| 2002[4] | 2010[5] |
|---|---|
| 42 | ↗46 |
(1983 — 46, 1970 — 89, 1995 — 30)
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда йәшәүсе халыҡтың күпселеген башҡорттар тәшкил итә (88 %)[6].
Урамдары
- Күл урамы
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах. www.encyclopedia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2019.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу базаһы 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.