Дәүләтбай
| Ауыл | |
| Дәүләтбай | |
|---|---|
| 55°12′17″ с. ш. 60°43′30″ в. д.HGЯO | |
| Ил |
|
| Федерация субъекты | Силәбе өлкәһе |
| Муниципаль район | Арғаяш |
| Ауыл биләмәһе | Ҡолой |
| Тарихы һәм географияһы | |
| Тәүге телгә алыу | 1776 |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 317 |
| Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00 |
| Халҡы | |
| Халҡы | ↘152[1] кеше (2010) |
| Милли составы | башҡорттар |
| Конфессиялар | мосолмандар |
| Һанлы идентификаторҙар | |
| Почта индексы | 456894 |
| Код ОКАТО | 75 206 870 008 |
| Код ОКТМО | 75 606 470 136 |
|
|
|
Дәүләтбай (рус. Давлетбаева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡолой ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
Ҡоғалы йылғаһы (Мейәс йылғаһының һул ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
Дәүләтбай (Туғыҙаҡ) — әйле башҡорттарының ауылы[2]. Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 3-сө йортона керә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1900 | 1916 | 1920[2][3] |
|---|---|---|---|---|---|
| 111 | 126 | 189 | 250 | 402 | 316 |
| 2002[4] | 2010[1] |
|---|---|
| 171 | ↘152 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[5][6].
Тирә яҡ мөхит
- Моронҡайын — ҡыр, ауылдың төньяғында
- Арҡабаш — ҡыр, ауылдың көнбыйышында
- Туғыҙҡайын — ҡыр, ауылдың көняғында
- Рәйхәнә шишмәһе
Арҙаҡлы шәхестәр
- Сиражетдинов Харис Мөхәмәтжән улы (15.09.1918 — 10.10.2006) — Ҡолой ауылы мәсәте имам-хатибы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 192-193, 217. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
- ↑ 1 2 Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Был тамамланмаған мәҡәлә Силәбе өлкәһе тураһында. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |