Уйылды (Арғаяш районы)

Уйылды (рус. Увильды) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.

Уйылды ҡасабаһы Ошо уҡ исемле күл буйында урынлашҡан. Бында шулай уҡ «Уйылды» курорты бар (майҙаны 115 га)[4].

Исеменең килеп сығышы

Атамаһы буйынса версиялар төрлө. ХVIII быуатта урыҫ яҙмаһында әлеге йылға Увелди, Увельди, Уелды, Увелги варианттары, шулай уҡ башҡорт әйтелешендәге варианттарында килтерелә — Уелдекуль, Уелдекул. Топоним ике башҡорт һүҙҙәренән — уйылды һәм күл — тора, тип иҫбатлана[5]. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән: уй — Һуҙылып киткән түбән ер; уйһыу, уяҙ; уйһыу — түбәнерәк булып ятҡан ҙур, иркен ер[6]. Башҡортса уйылып төштө тигән төшөнсә бар. Шуваловтың фаразлауынса ла уйыл, уел, уелды — «низина», «впадина», «углубление», «провал». Уйылдыкүл — «соҡорҙағы күл» («озеро во впадине», йәки «озеро провальное или углубленное»). Ысынлап та, күлдең формаһы соҡорҙо хәтерләтә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[7]2010[8]
753577

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала барыһы 577 кеше йәшәй (254 ир-ат һәм 323 ҡатын-ҡыҙ). Хәҙерге ваҡытта ҡасабала башлыса урыҫтар йәшәй.

Урамдар селтәре

Ҡасабала 17 урам бар[9].

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. GEOnet Names Server — 2018.
  3. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  4. Курорт Увильды
  5. Шувалов Н. И. Увильды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. [1] Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге
  7. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  8. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  9. Регионы России → Челябинская обл. → Аргаяшский р-н → Увильды п.

Тема буйынса өҫтәмә