89-сы разъезд (Силәбе өлкәһе)

89-сы разъезд (187-се км) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Аяҙғол ауыл биләмәһе составына инә.

Тарихы

Ҡасаба 19 быуат аҙағында Екатеринбург йүнәлешендә тимер юлын төҙөүселәр өсөн нигеҙләнә[2]

Географияһы

Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә, Арғаяш районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Үҙъйылға буйында, урынлашҡан. Ҡасаба эргәһендә Көньяҡ-Урал тимер юлдарының туҡталыу пункты — 183-се километр — бар.Ҡасаба район үҙәге Арғаяш ауылынан 23 км алыҫлыҡта ята.

Ҡасабала бер генә Станция урамы бар.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[3]2010[4]
1819

1956 — 88, 1959 — 68, 1970 — 25, 1983 — 30, 1995 — 23 кеше.

Инфраструктураһы

Көньяҡ-Урал тимер юлының юл хужалығы. 187-се км туҡталыу станцияһы ғәмәлдә.

Транспорты

Ауыл-ара юлдары

Тимер һәм автомобиль транспорты

Тема буйынса өҫтәмә