Морат (Силәбе өлкәһе)
Юҡҡа сыҡҡан ауыл | |
Морат | |
---|---|
55°25′22″ с. ш. 61°09′53″ в. д.HGЯO | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Федерация субъекты | Силәбе өлкәһе |
Муниципаль район | Арғаяш |
Ауыл биләмәһе | Дәрбиш ауыл биләмәһе |
Тарихы һәм географияһы | |
Юҡҡа сыҡҡан ауыл с | 1985 |
Халҡы | |
Халҡы | 206 кеше (1970) |
|
Морат (рус. Муратова, Мурад, Мрат) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында юҡҡа сыҡҡан ауыл. Юҡҡа сыҡҡан ваҡыттан алдараҡ Дәрбиш ауыл советы составына ингән. 1985 йылда иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән алынған.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Арғаяш районының көньяҡ өлөшөндә, Ҡомкүл һәм Ҡорғо күлдәре араһында, Дәрбиш ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 5,5 км (тура һыҙыҡ буйлап) алыҫлыҡта урынлашҡан булған.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Морат — әйле башҡорттарының ауылы[1]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 6-сы йортона керә.
1795 йылғы ревизияға ярашлы бында 14 йортта 80 кеше иҫәпкә алынған. Күрше Ишәле ауылында улдары һәм ейәндәре менән бергә иң оло кешеләрҙең береһе Морат Тәкәшев (1816 йыл ревизияһы буйынса уға 73 йәш булған) йәшәгән, шуға күрә уның Морат ауылына нигеҙ һалыуы ихтимал. 1816 йылғы ревизия буйынса 14 йортта 105 кеше йәшәгән. 1866 йылда 33 йорт иҫәпләнгән. «1916 йылғы Өйәҙ земствоһы исемлеге»нән («Списка Уездного земства 1916 г.») күренеүенсә, ауылда 42 йорт һәм 140 кеше (ир-егеттәр — 90, ҡатын-ҡыҙҙар — 50) иҫәпләнә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 36 йортта 135 кеше теркәлгән[1].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
1925 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауыл Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны Арғаяш улусы составында була һәм 22 хужалыҡтан торған[2].
1970 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Морат ауылы Дәрбиш ауыл советына ингән һәм унда Жданов исемендәге колхоз бригадаһы булған[3].
Силәбе өлкәһе башҡарма комитетының 1973 йылдың 30 декабрендәге 573-сө ҡарары менән иҫәптән алынған[4].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 137 кеше (68 ир-егет һәм 69 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, төп халҡы — башҡорттар[2]. 1970 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса ауылда 206 кеше йәшәгән[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 197—198, 218. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
- ↑ 2,0 2,1 Список населённых пунктов Башреспублики / сост. Башк. центр. стат. упр.. — Уфа: Издание Башкниги, 1926.
- ↑ 3,0 3,1 Челябинская область. Административно-территориальное деление на 1 января 1970 года . — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1971. — 196 с.
- ↑ Пятков В. В. Южный Урал: Память веков. . — Челябинск: Околица, 2006. — 301 с.