Губернск (Силәбе өлкәһе)
Губернск — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ауыл. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.
Арғаяш районының төньяҡ-көнбайышында, Оло Иртәк һәм Кесе Иртәк күлдәре буйҙарында, урынлашҡан. Бер километр алыҫлыҡта Уйылды күле ята. Район үҙәге Арғаяш ауылына тиклем 24 км, ауыл биләмәһенең админстратив үҙәге Кузнецкиға тиклем 6 км.
Тарихы
Боронғо башҡорт ерҙәрендә 1784 йылда билдәле урыҫ сәнәғәтсеһе һәм бағымсыһы Н. Н. Демидов тарафынан, Раштыуа посы көндәрендә, нигеҙ һалынған. Крепостной крәҫтиәндәр Һарытау губернаһы Тютнярь ауылынан (хәҙер Пенза өлкәһе Кузнецк районы) күсерелгән.
Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Рождественск улусында башта Рождественск, һуңынан Тютняры ауылы булып теркәлгән[3].
1919 йылдың 27 июлендә ауыл эргәһендә Ҡыҙыл Армияның 27-се һәм 35-се уҡсылар дивизиялары һәм Колчак ғәскәрҙәренең Урал төркөмө араһында ҡаты бәрелештәр бара.
1930 йылда бында «Революция» һәм «Ударник» колхоздары ойошторола[4].
Халҡы
| 2002[5] | 2010[6] |
|---|---|
| 843 | ↘751 |
XIX быуат аҙағында— 6860 кеше, 1995 йылда — 924 кеше йәшәгән. Хәҙерге ваҡытта ауылда урыҫтар (82 %) һәм башҡорттар (14 %) йәшәй.
Иҫтәлекле урындар
1899 йылда Тихвин Божья матерь иҫтәлегенә сиркәү, хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә[7].
Данлыҡлы шәхестәре
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы генерал-полковник В. С. Архипов (1906—1985).[8][9]
Урамдары
Ҡасабала 14 урам, 3 тыҡрыҡ бар[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Евгений:. Основание села Губернское | | Храм Тихвинской иконы Божией Матери, село Губернское. Официальный сайт. Тихвинский храм (20 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2019.
- ↑ Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах. www.encyclopedia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2019.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Губернское. Достопримечательности. Челябинская область | Клуб путешественников. kp74.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2019.
- ↑ Архипов Василий Сергеевич. www.warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2019.
- ↑ Архипов Василий Сергеевич.(недоступная ссылка)
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Аргаяшский р-н → Губернское с.