Ҡолой ауыл биләмәһе

Ҡолой ауыл биләмәһеРәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында муниципаль берәмек. Юридик адресы: 456894, Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Ҡолой ауылы, Чапаев урамы, 19 Административ үҙәге — Ҡолой ауылы. Ҡолой ауылы муниципаль берәмегенә яҡын ауылдар — Ҡәҙер, Һәйбәт, Берёзовка һәм Ялтыр ауылдары. Ҡолой ауыл биләмәһе үҙәге «Силәбе — Яратҡол» юлында урынлашҡан. Был ауыл аша Мейәс, Ҡуянбай, Һырғайҙы йылғалары аға.

Тарихы һәм һүрәтләү

Ҡолой ауыл биләмәһенең статусы һәм сиктәре 2004 йылдың 12 ноябрендә Силәбе өлкәһе «Арғаяш муниципаль районының һәм уның составындағы ауыл биләмәләренең статусы һәм сиктәре тураһындағы» 292-ЗО Законы менән билдәләнгән [3].

Ҡолой ауыл биләмәһенә 13 ауыл ҡарай, халҡы 6631 кеше. Биләмәлә 5 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы эшләй, улар 1000 гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртә.

4 дөйөм белем биреү мәктәбе, 8 төрҙәге бер мәктәп, 1 балалар йорто, 4 балалар баҡсаһы эшләй. Дөйөм практикалы табиптарҙың 2 үҙәге, тиҙ ярҙам, 1 аптека бар. Рәсәй Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе эшләй. Ҡолой ауыл биләмәһендә дүрт «Арғаяш районының почетлы гражданы»: Хәйруллин Рамаҙан Фәтҡулла улы, Ғарипов Насир Һиҙиәт улы, Фәхретдинов Әсҡәт Фәхрислам улы, Хәйруллина Зәйтунә Ҡәйүм ҡыҙы йәшәй. Ҡолой ауыл биләмәһендә 1954 йылда төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йорто, биш ауыл клубы, филиалдары менән Павленков китапханаһы, хореография һәм художество һәм һынлы сәнғәт бүлектәре менән сәнғәт мәктәбе филиалы эшләй.

Башҡорт халыҡ коллективы «Ҡолой моңдары» өлкәнән ситтә киң танылыу алған[4].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[5]2010[6]2011[7]2012[8]2013[9]2014[10]2015[11]
5896560656105598560255735501

Ауыл биләмәһе составы

Тораҡ пунктТораҡ пункты төрөХалҡы
1Һәйбәтауыл254[6]
2Байғаҙыауыл539[6]
3БерезовкаауылОшибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
4Оло ИҫәнгилдеауылОшибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
5Оло Ҡуйһарыауыл502[6]
6Оло Миҙиәкауыл14[6]
7Дәүләтбайауыл152[6]
8Ҡәҙерауыл140[6]
9Калиновкаауыл102[6]
10Ҡолойауыл, административ үҙәк#Н/Д[12]
11Ҡолоҡайауыл62[6]
12Ҡорамшаауыл138[6]
13Марксистауыл75[6]

Иҫтәлекле урындары

Ҡолой ауылында архитектура ҡомартҡыһы — боронғо мәсет урынлашҡан

Билдәле һәм арҙаҡлы шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон Челябинской области от 12 ноября 2004 года № 292-ЗО «О статусе и границах Аргаяшского муниципального района и сельских поселений в его составе»
  4. http://kuluevo74.ru/
  5. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  6. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  7. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  12. Ҡолой > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник

Тема буйынса өҫтәмә