Ҡолой (ауыл)

ҠолойСиләбе өлкәһенең Арғаяш районындағы башҡорт ауылы, Ҡолой ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Почта индексы - 456894, ОКАТО коды — 75206870001.

Тарихы

Ауылға Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) Көсөков (1764 йыл — 1840 йылдан һуң) нигеҙ һала.

Топонимикаһы

Халыҡ ауыл исемен Ҡолой тип йөрөтә — бында электән килеп урынлашҡан Әйле ҡәбиләһенең көнсығыш төркөмө составына ингән башҡорт ҡолой ырыуының исеме менән атай. Ҡолой (Кулуй) — ырыу атамаһына күскән боронғо төрки ир-ат исеме.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 2764 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 1305 ир-ат һәм 1459 ҡатын-ҡыҙ[2].

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (69 %) йәшәй[3][4].

Билдәле шәхестәре

undefined

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә