Йосопов Вәли Йосоп улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 15 октябрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Вафат булған көнө 13 сентябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (65 йәш)
Һөнәр төрө совхоз
Тыуған урыны
Вафат булған урыны

Йосопов Вәли Йосоп улы (18961962) — «егерме биш меңсе» (двадцатипятитысячник), совет төҙөлөшө һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йосопов Вәли Йосоп улы 1896 йылдың 15 октябрендә Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы (хәҙер — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Иҫәнгилде ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс һәм тулы булмаған урта белемде тыуған ауылында алған.

1928 йылдан бирле Башҡортостан АССР-ының Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусы территорияһында йәшәй.

1933 йылда Өфөлә Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый. Башҡортостан «егерме биш меңселәре» хәрәкәтенә ҡушылып, 1934 йылда Ҡыйғы районы Торналы ауылы совхозы (хәҙер — Салауат районы биләмәләрендә) бүлексәһенә идарасы (управляющий) итеп ебәрелә.

«Торналы» совхозы 1931 йылда барлыҡҡа килә. Яңы ойошторолған совхозға эшсе көстәр яҡын тирәләгәе ауылдарҙан, хатта республиканың башҡа райондарынан да килә. Мал һәм техниканы ла райондың башҡа хужалыҡтарынан йыялар[1].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Вәли Йосоп улына 45 йәш була.

1942 йылдың 10 ғинуарында Малаяҙ район хәрби комиссариаты уны Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. 31-се гвардия уҡсылар дивизияһы 97-се гвардия уҡсылар полкы яугире Вәли Йосоп улы Йосопов фронттың алғы һыҙығында батырҙарса алыша.


1943 йылдың февралендә дивизия Жиздра ҡалаһы янында һөжүм һуғыштары алып бара. 1943 йылдың 12 июненән 6 сентябренә тиклем Орёл йүнәлешендә хәрәкәт итә.

1943 йылдың 18 ноябренә Великие Луки ҡалаһы районында, һуңынан 1944 йылдың 10 февраленә тиклем Витебск ҡалаһы, мартта Идрица йүнәлешендә һуғыша.

Соединение частары 210 километрҙы марш менән үтә һәм 1944 йылдың 23 июнендә Витебск ҡалаһын яулай, дивизия «Витебская» тип йөрөтөлә башлай. Днепр йылғаһы ҡушылдығы Березина һәм Неман йылғаларын аша сығып, Алитус ҡалаһын ала. Неманды кискән өсөн дивизия II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 6 авгусында Вильнюс һөжүм операцияһы өсөн 31-се гвардия уҡсылар дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.

1944 йылдың 17 октябренә дивизия СССР-Германия дәүләт сиген аша сыға. 13 көн эсендә 335 км юл үтә һәм 600-ҙән ашыу тораҡ пунктын азат итә. Көнсығыш Пруссияла алып барылған хәл иткес алыштар өсөн 1944 йылдың 14 ноябрендә Ленин ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 30 мартына дивизия Кёнигсберг ҡалаһына яҡынлаша. 1945 йылдың 6-9 апрелендә Кёнигсбергты, 25 апрелендә Пиллау ҡалаһын яулай, һәм Еңеүҙе тантана итә[2].

Балтик диңгеҙендәге Земланд ярымутрауы ҡала-ҡәлғәһе, иң һуңғы ҙур немец порты һәм хәрби-диңгеҙ базаһы Пиллау ҡәлғәһен алғаны өсөн һәр яугиргә бирелә торған Юғары Баш командующий Советтар Союзы Маршалы И. В. Сталиндың Рәхмәт хаты һаҡлана Йосопов Вәли Йосоп улы ғаиләһендә.

Был еңеү уңайынан Мәскәү 224 орудиенан 20 артиллерия залпы бирә[3].[4].

1945 йылдың 21 апрелендә Вәли Йосоп улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[5]. Вәли Йосоп улы һуғыштан һуң «Заготскот» ойошмаһында эшләй: малдар ҡабул итеп, уларҙы көтөп, һимертеп, вагонға тейәп оҙаталар. Вәли Йосопов һабантуйҙарҙа көрәшкән, «Сибай», «Ғүмәр» халыҡ йырҙарын башҡарған.

Вәли Йосоп улы Йосопов 1962 йылдың 13 сентябрендә Салауат районы Ҡалмаҡол ауылында вафат була[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәли Йосоп улы «Торналы» совхозында эшләп йөрөгәндә, Нәсибаш ауылы ҡыҙы Сәрүәриә Закир ҡыҙына (1906-2004) өйләнә. Дүрт балаға ғүмер бирә улар. Һуғыш йылдарында Сәрүәриә Мөрсәлим эзбиз заводында хеҙмәт итә. Мәскәүҙән эвакуацияланған ғаиләне индерәләр. Һәр ғаиләнән йыйыла торған һалым: йомортҡа, һөт, таҫтамал, ойоҡбаш тапшыра ғаилә. Йосопова Сәрүәриә апай 1947 йылдың 1 февралендә «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ була. Йосопова Ләлә Вәли ҡыҙы (1938) Өфө янындағы Иглин районы Аҡбирҙе ауылында йәшәй. Өс ир бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Вәли Йосоп улының ейәне, ҡыҙы Ләләнең улы, Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы — билдәле композитор[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Реквизиты документа: ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 1890

  • Ләлә йосопова. Шанлы йылдар әле лә хәтерҙә — Йүрүҙән, 2024, 19-сы һан, 10 май, 5-се бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://ok.ru/yazgiyurt/topic/64647475765254 О Язги-Юрте
  2. 328-я (31-я гвардейская) Витебская стрелковая дивизия. samsv.narod.ru
  3. https://pamyat-naroda.ru/warunit/31%20%D0%B3%D0%B2.%20%D1%81%D0%B4/ 2021 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған.
  4. https://www.rkkawwii.ru/division/31gvsdf1
  5. Реквизиты документа: ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 1890
  6. Ләлә йосопова. Шанлы йылдар әле лә хәтерҙә — Йүрүҙән, 2024, 19-сы һан, 10 май, 5-се бит
  7. Ләлә йосопова. Шанлы йылдар әле лә хәтерҙә — Йүрүҙән, 2024, 19-сы һан, 10 май, 5-се бит