Клюев Александр Владимирович

Александр Владимирович Клюев (рус. Клюев Александр Владимирови; 1952 йылдың 21 авгусы, Нахчиван) — Рәсәйҙең юрист-ғалимы, комсомол һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан Башҡортостан студент төҙөлөш отряды комиссары; 1981—1993 һәм 1996—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре. 2001—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2004). Полковник (2005).

Биографияһы

1952 йылдың 21 агусында Әзербайжан ССР-ының (хәҙер Әзербайжан Республикаһы) Нахчиван ҡалаһында тыуған. Юғары белемле: 1979 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты) тамамлаған[1].

1969—1970 йылдарҙа һәм 1973 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә эшләй. 1976—1981 йылдарҙа комсомол органдарында:

Дәүләт именлеге һәм һалым полицияһы органдарында хеҙмәте

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге

  • 2000 йылдан — «Вимм-Билл-Данн» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалында директор урынбаҫары;
  • 2008 йылдың ғинуарынан — Өфө хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарын социаль яҡлау ассоциацияһының генераль директоры;
  • 2008 йылдың декабренән — коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ «Тәржемәселәр ойошмаһы» директоры.

Юғары мәктәп уҡытыусыһы эшмәкәрлеге

  • 2001—2013 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы;
  • Бер үк ваҡытта 2005—2010 йылдарҙа — Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Төньяҡ-Көнбайыш квалификация күтәреү институтының Өфө филиалы уҡытыусыһы.

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми тикшеренеүҙәре терроризмға, экстремизмға (рус.)баш., наркоенәйәтселеккә ҡаршы көрәш, Рәсәйҙең милли именлеге проблемаларына арналған. 2003 йылда, «юридик фәндәр кандиадаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Детерминанты терроризма и организация его профилактики: На примере субъекта Российской Федерации — Республики Башкортостан» тигән темаға диссертация яҡлай[2].

50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре һәм баҫмалары:

  • Терроризм и проблемы обеспечения безопасности. // Проблемы правового регулирования государственной и общественной жизни: Материалы науч.-практ. конф. 1997. Уфа.: БашГУ, — 1997. — С. 33—34;
  • О некоторых аспектах борьбы с международным терроризмом // Проблемы борьбы с терроризмом и организованной преступностью: Материалы науч.-практ. конф. 1999. Уфа.: Уфим. юрид. ин-т МВД России. — 1999. — С. 29—37;
  • Терроризм и участие вооруженных сил в борьбе с ним // Войны будущего и пути их предотвращения: Материалы рос. науч.-практ. конф. 1999. Уфа.: Вост. ун-т, — 2000. — С. 128—131;
  • Детерминанты терроризма и организация его профилактики. Өфө, 2005 (авторҙаш);
  • Уфимское губернское жандармское управление. 1873—1917 гг.: док. и материалы. Өфө, 2012 (авторҙаш).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • «Башҡортостан урыҫтары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара ағзаһы. Сик буйы хәрби дан музейының ғилми етәксеһе[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1980);
  • «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса яҡшы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1985);
  • СССР Дәүләт именлеге комитетының III дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1989);
  • СССР Дәүләт именлеге комитетының Почёт грамотаһы (1990);
  • Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең II дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы (1997);
  • Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең I дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы (2000);
  • Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» билдәһе (2002).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Клюев Александр Владимирович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: энциклопедия (28 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  2. ↑ Детерминанты терроризма и организация его профилактики: На примере субъекта Российской Федерации — Республики Башкортостан тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 12.00.08, кандидат юридических наук Клюев, Александр Владимирович. disserCat — электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  3. ↑ Клюев Александр Владимирович. Член Правления. Научный руководитель Музея Пограничной Боевой Славы. Региональная общественная организация «Собор русских Башкортостана». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)