Козлов Анатолий Александрович

Козлов Анатолий Александрович (21 август 1946 йыл — 3 ноябрь 2004 йыл) — журналист. 1967—2004 йылдарҙа «Советская Башкирия» һәм «Республика Башкортостан» гәзиттәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982 йылдан — бүлек мөдире. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1989).

Биографияһы

Анатолий Александрович Козлов 1946 йылдың 21 авгусында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Васильевка ауылында тыуған.

Һуңыраҡ ғаилә Өфөгә күсенә. Анатолий баш ҡаланың 93-сө урта мәктәбендә белем ала һәм Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтына уҡырға инә[1].