3 март
3 март (рус. 3 марта) — рәсми календарь буйынса йылдың 62-се (кәбисә йылында 63-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 303 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
Ер:
- Тәмле иртәнге аш көнө.
- Мөғжизә көтөү көнө.
- Гаджетһыҙ көн.
Болгария: Болгарияның ғосман иҙеүенән азат ителеү көнө.
Грузия: Әсәләр көнө.
Ҡырғыҙстан: Флаг көнө.
Франция: Оләсәйҙәр көнө.
Ер: Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Милли гвардия ғәскәрҙәренең авиация подразделениелары көнө.
- Милли гвардия ғәскәрҙәренең диңгеҙ частары көнө.
- Театр кассиры көнө (марттың беренсе дүшәмбеһе).
- 1067 йыл: Немига йылғаһы янындағы алыш менән бәйле йылъяҙмала тәүге тапҡыр Минск телгә алына.
- 1613 йыл: Ун алты йәшлек Михаил Федорович Земство соборы тарафынан батша итеп һайлана һәм Романовтар династияһына нигеҙ һала.
тулы исемлек
- 1639 йыл: Бостонда (АҠШ) асылған колледж меценат Джон Гарвард исемен ала.
- 1802 йыл: Вена гәзитендә Бетховендың 12-се, 13-сө һәм 14-се сонаталарының баҫылып сығыуы тураһында хәбәр ителә, аҙаҡҡыһы һуңынан «Ай сонатаһы» тип атала.
- 1804 йыл: Александр I крәҫтиәндәрҙе ерһеҙ һатыуҙы тыйған, уларға алпауыт рөхсәтенән тыш никахҡа инергә рөхсәт иткән һәм алпауыттарҙың крәҫтиәндәрҙе язаға тарттырыу хоҡуғын сикләгән ҡарар сығара.
- 1837 йыл: АҠШ Техас Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1845 йыл: Флорида АҠШ-тың 27-се штаты итеп иғлан ителә.
- 1861 йыл: Александр II үҙенең манифесы менән Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығара.
- 1863 йыл: АҠШ Милли фәндәр академияһы ойошторола.
- 1864 йыл: Батша Александр II поляк крәҫтиәндәренә ер биреү тураһында тураһында ҡарар сығара, Польшала аграр реформа башлана.
- 1866 йыл: Киевта асыҡ китапхана булдырыла (хәҙер ул Украинаның Милли парламент китапханаһы).
- 1875 йыл: Парижда «Кармен» операһының тәүге премьераһы уңышһыҙ тамамлана.
- 1875 йыл: Монреалдең «Виктория» һырғалағында шайбалы хоккей буйынса тәүге рәсми уйын үтә.
- 1876 йыл: Коканд ханлығы Фирғәнә өлкәһе исеме менән Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1878 йыл: Рәсәй империяһы һәм Төркиә араһында Сан-Стефан солох килешеүе төҙөлә. Ғосман империяһы составында Бөйөк Болгария кенәзлеге төҙөлә, ул Рәсәй йоғонтоһонда була.
- 1905 йыл: Батша Николай II сиркәү реформаһын һәм башҡа үҙгәртеүҙәр үткәрергә, кәңәш биреү хоҡуғына эйә дума саҡыртырға вәғәҙә итә.
- 1911 йыл: Мургаб йылғаһында 2,2 млрд м³ күләмендә иң ҙур ишелеү һөҙөмтәһендә 567 метр тәрәнлекле тәбиғи быуа һәм Сарез күле барлыҡҡа килә.
- 1913 йыл: Вашингтонда АҠШ президенты инаугурацияһынан көн элгәре илдең бөтә граждандарына тигеҙ һайлау хоҡуғын талап иткән 5000 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашлығында демонстрация үтә.
- 1917 йыл: 3—4 мартта Киевта Украина халыҡ республикаһының Үҙәк радаһы ойошторола.
- 1918 йыл: Совет Рәсәйе хөкүмәте Германия, Австро-Венгрия, Ғосман империяһы һәм Болгария менән сепаратив солох килешеүе төҙөй.
- 1918 йыл: «Знамя труда» гәзитендә Александр Блоктың «Ун ике» поэмаһы баҫылып сыға.
- 1919 йыл: Башҡортостандың ғәҙәттән тыш комиссияһы (БашЧК) ойошторола.
- 1919 йыл: Ванкуверҙан (Канада) Сиэтлға (АҠШ) тәүге халыҡ-ара авиапочта ебәрелә.
- 1920 йыл: Мәскәүҙә Матбуғат йорто асыла.
- 1921 йыл: Канада физиологы Фредерик Грант Бантинг һөнәрҙәштәре менән инсулин гормонын аса, бының өсөн 1923 йылда уға Нобель премияһы бирелә.
- 1923 йыл: Нью-Йоркта «Time» яңылыҡтар аҙналыҡ гәзите һатыуға сыға, һуңынан популяр журналға әйләнә.
- 1923 йыл: Буласаҡ Моссовет исемендәге театр труппаһы рәсми рәүештә театр статусы ала.
- 1924 йыл: Төрөк милли ассамблеяһы Ғосман династияһын бөтөрә, хәлифлекте һәм башҡа дини хакимлыҡ органдарын яба һәм донъяуи уҡыу йорттары буйынса комиссариат булдыра.
- 1924 йыл: Германия Төркиә менән дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөй.
- 1931 йыл: Фрэнсис Скотт Ки 1812 (4?) йылда яҙған «Йондоҙло-буйлы байраҡ» шиғыры АҠШ Конгресы тарафынан Америка гимнының тексы итеп ҡабул ителә.
- 1933 йыл: Потсдамда Гитлер Өсөнсө рейхтың барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр итә.
- 1937 йыл: ВКП (б) Үҙәк Комитеты пленумында Сталин «социализм нигеҙҙәре нығынған һайын синфи көрәш киҫкенләшә» тигән теоретик тезисты нигеҙләй.
- 1944 йыл: СССР Юғары Советы Президиумы I һәм II дәрәжә Ушаков ордены, I һәм II дәрәжә Нахимов ордены, Нахимов һәм Ушаков миҙалдары булдыра.
- 1944 йыл: Париж сәхнәһендә йырсы Ив Монтан тәүге тапҡыр сығыш яһай.
- 1945 йыл: Львов өлкә картина галереяһы асыла.
- 1947 йыл: Тергеҙелгән Днепр ГЭС-ының беренсе агрегаты эшләй башлай.
- 1955 йыл: Элвис Пресли тәүге тапҡыр телевидениела күренә.
- 1963 йыл: Нефтекамаға ҡала статусы бирелә.
- 1969 йыл: «Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре» предприятиеһы ойошторола.
- 1965 йыл: Британия колонияһы Бечуаналендҡа үҙидара бирелә. Серетсе Кхама премьер-министр вазифаһын ала.
- 1980 йыл: Йәҙрә материалын физик яҡлау тураһында халыҡ-ара конвенцияға ҡул ҡуйыла (1987 йылдың 1 ноябрендә үҙ көсөнә инә).
- 1987 йыл: Мәскәүҙә урыҫ телендәге «Бурда» журналының презентацияһы үтә.
- 1995 йыл: Арал диңгеҙен ҡотҡарыу халыҡ-ара берлеге ойошторола.
- 1997 йыл: Rambler’s Top100 рейтинг системаһы эшләй башлай.
- 2005 йыл: Стив Фоссетт «Scaled Composites Virgin Atlantic GlobalFlyer» самолетында Ер тирәләй донъяла тәүге булып яңғыҙ һәм туҡталышһыҙ авиаосош яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кумылганов Александр Семенович (1940), инженер-нефтсе. 1965 йылдан Туймазы нефть үткәргестәре идаралығының өлкән механигы, һуңынан ошо идаралыҡтың һәм Ҡурған идаралығының начальник урынбаҫары, 1981—2000 йылдарҙа СССР Нефть сәнәғәте министрлығының «Главтранснефть» идаралығының, артабан «Транснефть» компанияһының беренсе вице-президенты. 1967 йылда Өфө нефть институтын тамамлаусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенән.
- Әхмәҙишина Лилиә Рифғәт ҡыҙы (1955), педагог, Салауат ҡалаһы 7-се урта мәктәбенең элекке директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы (1926—27.07.2002), комсомол һәм КПСС органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1987 йылдарҙа Стәрлебаш район гәзите мөхәррире. 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Стәрлебаш районының Аҡмулла исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1995).
- Шик Василий Никитович (1931), ғалим-химик-технолог. 1950—2001 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Авангард» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1955 йылдан начальник, 1961 йылдан баш инженер урынбаҫары, 1969 йылдан директор, 1985 йылдан граждандар оборонаһы штабы начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (1973). Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Чернигов өлкәһе Новгород-Северский район Лариновка ауылынан.
тулы исемлек
- Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы (1941—21.03.2006), инженер, төҙөлөш тармағы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982—1993 йылдарҙа төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһы директоры, 1993—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре.
- Фәхретдинов Ривал Нуретдин улы (1946), ғалим-биолог. 2010 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы «“ХимСервисИнжинирг” киң профилле компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Ленин комсомолы (1979) һәм Рәсәй нефть һәм газ инженерҙарының «Золотой РОСИНГ» йәмғиәте премияһы лауреаты (2004).
- Шәйхисламов Арсен Фәйзулла улы (1976—9.12.2020), театр артисы, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 2012 йылдан театрҙың профсоюз комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғарипов Исмәғил Мәсәлим улы (1907—9.05.1993), геолог, Учалы еҙ колчеданы ятҡылығын асыусыларҙың береһе. 1954—1973 йылдарҙа Учалы руднигының өлкән геологы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан. Ленин (1961), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Байгилде ауылынан.
- Рыцева Пелагия Леонтьева (1932—1997), малсы, йәмәғәтсе. 1948—1985 йылдарҙа Баҡалы районы «Ленин юлы» һәм «Яңы тормош» колхоздары һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» (1971) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975) ордендары кавалеры. 1975—1979 йылдарҙа район Советы депутаты. Сығышы менән ошо райондың Яңы Илек ауылынан.
тулы исемлек
- Баһманов Әнәс Абдрахман улы (1937), инженер-механик-ғалим . 1969 йылдан Өфөләге Энергия ресурстарын транспортлау проблемалары институтының (ИПТЭР) ғилми хеҙмәткәре, 1974 йылдан — сектор, 1983 йылдан — лаборатория мөдире, 1987 йылдан — өлкән, 1993 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — бүлек мөдире; 2008 йылдан — Нефть-газ промыслалары проблемалары һәм ресурстарҙы һаҡлап тотоноу үҙәгенең директор урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2011), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2009), И. М. Губкин исемендәге премия (2002) лауреаты.
- Ғәйнуллина Фатима Ғәйнулла ҡыҙы (1937), мәҙәниәт өлкәһе һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. Бөрйән район Советы башҡарма комитеты мәҙәниәт бүлегенең элекке мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан. Йырсы Әлфиә Юлсуринаның әсәһе.
- Миянова Ләлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (1937), педагог. 1968 йылдан Салауат ҡалаһының 38-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 1996—2007 йылдарҙа 35-се балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Яңы Бурлы ауылынан.
- Сәйфуллин Рәсүл Нәҡип улы (1937—1999), малсы. 1957—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының һарыҡ көтөүсеһе. 2-се һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Далуев Николай Семёнович (1952), спортсы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1994 йылдан Күмертау ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе. 2004—2010 йылдарҙа «Баштрансгаз» йәмғиәтенең ошо ҡалалағы «Прометей» спорт-һауыҡтырыу клубы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Сәғитов Риза Мирза улы (1952), шахтер-инженер. 1992—2002 йылдарҙа Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығының генераль директоры, Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (2008). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Фазылов Рәйес Нурлый улы (1952—25.10.2016), нефтсе. 1976—2012 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылынан.
- Салауат Низаметдинов (1957—29.07.2013), композитор, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 2005—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР‑ының (1988) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты.
- Насипов Таһир Мәүил улы (1972), нефть сәнәғәт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1994 йылдан «Башнефть» берекмәһенең Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы, ҡоролма начальнигы, әйҙәүсе инхенер-технологы, 2009 йылдан — төрлө производстволар, 2017 йылдан — производство майҙансығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2017). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зубарев Андрей Сергеевич (1987), спортсы, хоккейсы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей командаһы һаҡсыһы. Донъя (2014) һәм Олимпия уйындары (2018) чемпионы. Почёт (2014) һәм Дуҫлыҡ (2018) ордендары кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнбирҙин Морат Аллабирҙе улы (1933), механизатор. 1993 йылға тиклем Баймаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Ишмырҙа ауылынан.
- Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (1933—9.08.2008), биохимик-ғалим, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1985 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты директоры. Биология фәндәре докторы (1976), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы районы Өлкөндө ауылынан.
тулы исемлек
- Хисмәтуллин Сәхи Нәби улы (1938), педагог, мәғариф, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Туймазы районы Ҡандра урта мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары; 1970 йылдан КПСС-тың Туймазы ҡала комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1985 йылдан ҡала советы башҡарма комитетының эштәр идарасыһы. 1996—1999 йылдарҙа район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. «Оҙон көй» конкурсын ойоштороусы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан.
- Муллағәлиев Файлас Кәшби улы (1943), агроном, ауыл хужалығы һәм партия орандары хеҙмәткәре. 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Кушнаренко район комитетының беренсе секретары. Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы. Райондың почётлы гражданы.
- Таңһылыу Ҡарамышева (1948), шағир һәм журналист. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.
- Нәбиуллин Рәжәп Байғондо улы (1958), фән—ғалим-урмансылыҡ белгесе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2008—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Ҡалыуайыры ауылынан.
- Аралбаев Фәннүр Фәррәх улы (1968), педагог, спортсы, көрәшсе, һәүәҫкәр йырсы. 1995 йылдан Баймаҡ районы Буранбай мәктәбе уҡытыусыһы. Милли көрәш һәм өҫтәл теннисы буйынса төрлө кимәл ярыштар еңеүсеһе һәм призёры, башҡорт йырҙарын башҡарыусыларың ижади конкурстары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғәлина Алһыу Вәнзир ҡыҙы (1973), театр артисы. 1996 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районы Иҫке Илекәй ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ашҡаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы (1884—31.12.1942), театр актёры, режиссёр, скрипкасы. 1906 йылда Ырымбурҙа театр труппаһы ойоштороусы. 1920 йылдарҙан һуң Ырымбур һәм Ҡазан театрҙары, Татар АССР-ының мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәре. Хеҙмәт Геройы (1926). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шөңгәккүл ауылынан.
- Рыҫҡолов Ғәббәс Шәйхелислам улы (1894—8.12.1937), Беренсе донъя, граждандар һуғышы һәм 1920 йылдағы совет-поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1920 йылдарҙа Муса Мортазиндың Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры. 1931—1935 йылдарҙа Әбйәлил, Учалы һәм Мәсетле район Советтары башҡарма комитеты рәйесе. Георгий тәреһе һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылынан.
тулы исемлек
- Матвиевский Павел Евменович (1904—3.03.1987), тарихсы-ғалим. 1940 йылдан Ырымбур дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1943—1970 йылдарҙа СССР тарихы кафедраһы мөдире, 1941—1946 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 1950—1955 йылдарҙа институттың фәнни эштәр буйынса проректоры. Ғилми тикшеренеүҙәре тау сәнәғәте, крәҫтиән һәм эшселәр хәрәкәте, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларына арналған. Тарих фәндәре кандидаты (1943), профессор (1966). Сығышы менән Полтава губернаһы Бобрик ауылынан.
- Салауат Галин (1934—29.03.2010), фольклорсы-ғалим, педагог-методист һәм яҙыусы. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты проректоры, 1988—2010 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001).
- Брюханов Анатолий Михайлович (1939—11.10.2008), инженер-механик-ғалим. 1974 йылдан Өфө авиация институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1982). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған уйлап табыусыһы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Үтәмешев Рәжәп Ашираф улы (1939), төҙөүсе. 1957—1997 йылдарҙа Сибай ҡалаһындағы «Башмедьстрой» ойошмаһы прорабы, балта оҫтаһы, ташсыһы һәм ташсы-монтажсыһы. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1973) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Әмин ауылынан.
- Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (1959, химик-ғалим, уйлап табыусы. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).
- Шәйхенурова Илзиәр Мәхмүт ҡыҙы (1959), шәфҡәт туташы. Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы пульмонология бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2020). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Щипачёв Андрей Михайлович (1959), инженер‑механик-ғалим. 2005 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2017 йылдан — Санкт-Петербург Тау институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар ижади союзы ағзаһы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Арьков Валентин Юльевич (1964), электрон техника инженеры-ғалим. 1986 йылдан (өҙөклөктәр менән) Өфө авиация институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ришат Төхвәтуллин (1989), эстрада йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2018) һәм Татарстан Республикаһының (2020) атҡаҙанған артисы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1823 йыл: Константин Дмитриевич Ушинский, Рәсәй империяһы педагогы, фәнни педагогикаға нигеҙ һалыусы.
- 1845 йыл: Георг Кантор, Германия математигы, күмәклектәр теорияһын эшләүсе.
тулы исемлек
- 1860 йыл: Алексей Фаворский, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың химик-органик-ғалимы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- 1885 йыл: Лев Щерба, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың филолог-ғалимы, педагог, академик.
- 1888 йыл: Наталена Королёва, Украина яҙыусыһы.
- 1907 йыл: Владимир Векслер, синхрофазотрон уйлап табыусы.
- 1703 йыл: Роберт Гук, Бөйөк Британия ғалимы, физигы, химик, математик, астроном, биолог, уйлап табыусы һәм архитектор.