Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы

Әлфия Мырҙабулат ҡыҙы Юлсурина (рус. Юлчурина Альфия Мурзабулатовна; 1960 йылдың 25 апреле, Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт йырсыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1983 йылдан Бөрйән район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1996 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010), төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр лауреаты.

Биографияһы

Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы Юлсурина 1960 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йырлау бүлеген (Әлфиә Мәсәлимова класы) тамамлай һәм Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эш башлай.

1996 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы. Киң диапазонлы меццо-сопрано тауышына эйә.

Филармонияның Фәдис Ғәниев, Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге һәм «Ҡыҙык һәм Мәҙәк» эстрада төркөмдәрендә эшләй.

2007 йылдан Юлсурина Ә. М. — Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры солисткаһы.

2002 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», 2010 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[1].

Вокаль партиялары

Башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Боронғо йыр» — «Старинная песня», «Ғайса ахун», «Ҡара урман» — «Тёмный лес», «Сибай», «Юлғотло», «Ялан Йәркәй»; композиторҙар З. Г. Исмәғилов, Т. Ш. Кәримов, С. Ә. Низаметдинов, С. З. Сәйҙәшев, З. Хәким, Р. М. Хәсәнов, Р. М. Яхин һ.б. йырҙары һәм романстары; боронғо рус романстары һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • «Йәш тауыштар» («Молодые голоса») йыр конкурсы лауреаты (1989),
  • «Яҙғы моңдар» («Весенние мелодии» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (1995, Өфө)

Иҫкәрмәләр

  1. Народная артистка Башкортостана Альфия Юлчурина отпразднует свой красивый юбилей. Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2025.