Төхвәтуллин Ришат Айрат улы
Ришат Айрат улы Төхвәтуллин (рус. Ришат Айратович Карачурин; 1989 йылдың 3 марты, Ҡарамалы-Ғөбәй, Башҡорт АССР-ы) — эстрада йырсыһы (лирик тенор). Башҡортостан Республикаһының (2025) һәм Татарстан Республикаһының (2024) халыҡ артисы.
Биографияһы
1989 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуған. Атаһы Айрат Сөләймән улы Төхвәтуллин — механизатор, әсәһе Розалия Нурулла ҡыҙы — клуб мөдире; ағаһы Ренат (1986 йылда тыуған), һеңлеһе Айгөл (1997 йылда тыуған).
Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһының хор бүлеген (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Зәкир ҡыҙы Мусина) тамамлай.
2013 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау факультетын (профессор, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы Сәғитова класы буйынса) тамамлай.
Ижады
Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһының 4-се курсында уҡығанда Нефтекамала үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсында 2-се урынды яулай. 2008 йылда «Гәлсәр hандуғас» конкурсында ҡатнашып, «Гармун моңо» йыры менән «Өмөт» номинацияһында еңеү яулай. 4-се курстан концерттар менән сығыш яһай башлай. 2011 йылда «Татар моңо» фестивалендә башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек» һәм татар халыҡ йыры "Әллүки"не башҡарып, 3-сө урынға лайыҡ була. Рәшит Ваһапов исемендәге фестиваль лауреаты була. Рәшит Ваһапов фонды директоры Рифат Фәттәхов йырсының беренсе гастролдәрен ойоштора. Үҙенең ижади төркөмө менән Рәсәй Федерацияһының төрлө республикаларында һәм өлкәләрендә йылына 130 концерт ҡуя[1].
Башҡарған йырҙары
|
|
|
Ғаиләһе
- Атаһы — Айрат Сөләймән улы, тауыш операторы;
- Әсәһе — Розалия Нурулла ҡыҙы, клуб мөдире;
- Ағаһы — Ренат (1986);
- Һеңлеһе — Айгөл (1997).
- 2023 йылда төркөмө йырсыһы Алия Ҡарасуринаға өйләнә (никахтары 16 апрелдә була, рәсми рәүештә ЗАГС-та 23 июндә теркәйҙәр)[4][5][6][7]. Пар — коллегалар һәм йыр дуэты[8][9]. 2024 йылдың 10 апрелендә улдары Әлим тыуа[10].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- "Болгар радиоһы"ның музыкаль премияһы;
- «Гәлсәр hандуғас» йыр бәйгеһе — «Өмөт» номинацияһында еңеүсе («Гармун моңо» йыры менән);
- башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсы — 2-се урын (2008);
- «Татар моңо» йыр бәйгеһе — 3-сө урын (2011);
- Р. Ваһапов исемендәге халыҡ-ара «Татар йыры» фестивале — I дәрәжә лауреат
- «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — еңеүсе («Тыңласы, һандуғас» йыры менән) (2014);
- «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — еңеүсе («Күҙҙәреңде» йыры менән) (2015);
- «Иҙел» халыҡ-ара телевизион йыр бәйге-фестивале — «Тамашасы һөйөүе» бүләге (2015);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)[11];
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020)[12]. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2020);
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2024)Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе өсөн</ref>ябыу билдәһе юҡ.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ришат Төхвәтуллин белән интервью. БИЗНЕС Online
- ↑ Альбом: Ришат Төхвәтуллин. «Гомеремнен бер елы»
- ↑ Ришат Төхвәтуллин. 2018 йылдың 19 апрель көнөндә архивланған. zvooq.online
- ↑ Звездные гости, образы, первый танец: самые яркие моменты свадьбы Ришата Тухватуллина и Алии Карачуриной. ТНВ (24 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Певец Ришат Тухватуллин женился на Алие Карачуриной. Комсомольская правда (Казань) (23 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Ришат Төхвәтуллин ЗАГСка Алиягә караганда да кызурак чапкан (тат.). Интертат (12 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
- ↑ Гульназ Хабибуллина. «Никогда не говорил Алие “женюсь на тебе”»: певец Ришат Тухватуллин готовится к свадьбе. Новости Татарстана и Казани - Татар-информ (13 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Ришат Төхвәтуллин ЗАГСка Алиягә караганда да кызурак чапкан (башҡ.). Башинформ (18 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Подыгрывали фанатам и влюбились: красивая история певцов Ришата и Алии, которые стали родителями. ufa1.ru (15 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ У звезды татарской эстрады Ришата Тухватуллина родился первенец. БИЗНЕС Online (11 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Рустэм Хамитов вручил Ришату Тухватуллину звание заслуженного артиста Башкортостана. ИА «Башинформ», 13 сентября 2018
- ↑ Ришат Тухватуллин: «Создать хайп несложно, просто нужно отключить свою совесть». Сайт «БИЗНЕС Online», 2020, 1 марта
Һылтанмалар
- Ришат Тухватуллин: «Создать хайп несложно, просто нужно отключить свою совесть». Сайт «БИЗНЕС Online», 2020, 1 марта</ref>. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2020)
- Рәсми сайт
- Зөһрә Садыйкова. Ришат Төхвәтуллин: «Балаларымны тәрбиялисем, яраткан башка бер эш белән шөгыльләнәсем килә».(недоступная ссылка) «Шәһри Казан», 30.11.2017
- Венера Мәҗитова. Ришат Төхвәтуллинның әти-әнисе: «Шул көннән улыбыз үзен кулга күтәртеп кенә йөртә башлады» 2019 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.. «Тулпар» журналы.