Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы
Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева (никахта — Мәхмүтова; псевдонимы Таңһылыу Ҡарамыш; рус. Тансылу Фаязовна Карамышева; 1948 йылдың 3 марты, Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2026 йылдың 26 феврале, Туймазы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет башҡорт шағирәһе. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (1997).
Биографияһы
1948 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған[1].
Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[1].
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы секретары вазифаһын алып бара.
Оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатында эшләй. 1993 йылдан «Шоңҡар» йәштәр журналын ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша. 1994—1997 йылдарҙа баҫманың баш мөхәррире була[1].
1998—2003 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре.
Артабанғы йылдарҙа Туймазыла ҡыҙында йәшәй. 2026 йылдың 26 февралендә оҙаҡ ауырығандан һуң ошо ҡалала вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001);
- Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (1997)[3].
Китаптары
- Ҡарамышева Т. Ф. Саҡыр мине (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1981. — 47 с.
- Ҡарамышева Т. Ф. Ҡосағыңа ал, тормош (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1985. — 96 с.
- Ҡарамышева Т. Ф. Тиҫтерҙәрем (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1988. — 80 с. — ISBN 5-295-00032-Х.
- Ҡарамышева Т. Ф. Гөлләмә (баш.). — Өфө: Китап, 1993. — 208 с. — ISBN 5-295-01253-0.
- Ҡарамышева Т. Ф. Күңелем доғалары (баш.). — Өфө: Китап, 1998. — 272 с. — ISBN 5-295-02276-5.
- Ҡарамышева Т. Ф. Донъя — даръя (баш.). — Өфө: Китап, 2008. — 303 с. — ISBN 978-5-295-04380-2.
- Ҡарамышева Т. Ф. Сәскәле йән (баш.). — Туймазы: Туймазинский вестник, 2008. — 227 с.
- Ҡарамышева Т. Ф. Сәғәҙәт сәғәте (баш.). — Туймазы: Туймазинский вестник, 2011. — 155 с. — ISBN 978-5-902347-81-1.
- Ҡарамышева Т. Ф. Мәңгелек сәфәр (баш.). — Өфө: Китап, 2014. — 208 с. — ISBN 978-5-295-05527-0.
- Ҡарамышева Т. Ф. Көҙ йәйе (баш.). — Өфө, 2016.
- Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре
- «Яралғанбыҙ донъяға Үҙебеҙ булып ҡалырға». Шиғыр шәлкеме. Башҡортстан гәзите, 2017, 24 ноябрь
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ҡарамыш Таңһылыу (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии умерла известная поэтесса Тансылу Карамышева. ИА «Башинформ» (26 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Лауреаты премии имени Рами Гарипова. Официальный сайт государственного бюджетного общеобразовательного учреждения Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026);
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026);
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026).
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026).
- Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана» (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026).
- Национальная библиотека им. А.-З. Валиди РБ (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026).