Ботсвана

Ботсвана (ингл. һәм тсвана Botswana), тулы рәсми атамаһы — Ботсвана Республикаһы (ингл. Republic of Botswana, тсвана Lefatshe la Botswana) — Көньяҡ Африкалағы дәүләт. Көньяҡта КАР, көнбайышта һәм төньяҡта Намибия, төньяҡ-көнсығышта Замбия, көнсығышта Зимбабве менән сиктәш, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Географик яҡтан илдең 70 % ерен Калахари сүллеге алып тора.

1966 йылдың 30 сентябрендә Бечуаналенд британ протектораты Милләттәр берләшмәһе сиктәрендә үҙаллылыҡ иғлан итә һәм әлеге исемен йөрөтә башлай. Баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы — Габороне.

Географияһы

Ботсвана Көньяҡ Африкала урынлашҡан. Илдең майҙаны 581 730 км², шуның ҡоро ер өлөшө 566 730 км². Оҙонлоғо төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа тиклем 1110 км, көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа тиклем 960 км. Көньяҡ Африка Республикаһы, Намибия, Замбия, Зимбабве менән сиктәш. Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 4013 км.

Климаты

Илдең күпселек өлөшө субтропик климат бүлкәтендә ята. Ғинуарҙа уртаса температура 22-27 °C, июлдә 14-16 °C. Күп райондарҙа иң эҫе ай булып октябрь тора. Күпселек райондарҙа ноябрҙән мартҡа тиклем ямғырҙар миҙгеле була. Йылдағы уртаса яуым-төшөм 460 мм. Барлыҡ яуым-төшөм йәйгә, йәғни декабрь менән март араһына тура килә тиерлек. Августа ҡом бурандарына әйләнеүсән миҙгелле елдәр иҫә башлай.

Рельефы

Ботсвананың 70 % ере һөҙәк Калахари уйпаты территорияһында урынлашҡан. Уртаса бейеклек — 800-1000 м. Көнсығыш төбәк үлән, ҡыуаҡтар үҫкән убалы район, көнбайышта Окаванго һаҙлыҡтары һәм Калахари сүле ята.

Һыу ресурстары

Ботсвананың иң ҙур йылғаһы — Окаванго. Уның дельтаһында күлдәр күп, уларҙың иң ҙуры — Нгами. Илдең көньяҡ-көнсығышында Лимпопоның һул ҡушылдыҡтары, төньяҡ-көнсығышында Чобе йылғаһының уң ҡушылдыҡтары аға. Ҡалған территорияла тик ямғырҙар миҙгелендә генә һыу менән тулған ҡороусан йылғалар бар. Ботсвананың күпселек йылғалары Анголала йәки КАР-ҙа башлана.

Файҙалы ҡаҙылмалары

Ботсвананың ер аҫтында файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар күп. Алмас, алтын, нефть, никель, баҡыр, марганец, кобальт, ҡурғаш, цинк, таш күмер, асбест, көкөрт, бром ятҡылыҡтары табылған. Иҡтисад өсөн алмастар табыу иң ҙур әһәмиәткә эйә. Ботсвана алмастары юғары сифаты менән билдәле, уларҙың 30 %-ы биҙәнеү әйберҙәре эшләү өсөн ҡулланыла.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

Илдең күпселек өлөшөн һирәк ағас-ҡыуаҡлы саванналар биләй. Илдең көньяҡ-көнбайышында суккулент ҡыуаҡтар һәм ярым ҡыуаҡтар үҫкән ярым сүлдәр таралған. КАР менән сиктә «тере таштар» тип аталған литопс үҫемлеге осрай.

Ботсвананың көнсығыш һәм төньяҡ төбәктәрендә өлөшләтә мал көтөү һәм игенселек өсөн ҡулланылған ҡыяҡлы саванналар үҫешкән. Был райондар ерҙең ашалыу һәм тоҙланыу кеүек кире күренештәренә дусар була. Илдең иң төньяғын һирәк урмандар һәм парк саванналары биләй, унда баобаб, мерула, мокутемо, коммифора, икмәк ағасы һәм башҡалар үҫә. Окаванго дельтаһы өсөн ҡамыш, папирус, фил үләне үҫкән тропик һаҙҙар хас.

Хайуандар донъяһы бай һәм күп төрлө: филдәр (донъялаға иң ҙур популяция), арыҫландар, леопардтар, гепардтар, шакалдар, гиеналар, зебралар, жирафтар, буйволдар, крокодилдар, һыу һыйырҙары, төрлө антилопалар (гну, канна, конгони, орикс һ. б.).

Ҡоштар күп (Африка дөйәғошо, дрофа, фламинго, селән, өйрәк һ. б.), кеҫәрткеләр, быуар һәм ағыулы йыландар, саяндар киң таралған. Йылғаларҙа балыҡ күп. Бигерәк тә Окаванго дельтаһының хайуандар донъяһы бай: бында 500 ҡош, 89 балыҡ, 128 һөтимәр, 150 һөйрәлеүсе һәм ер-һыу хайуаны төрҙәре теркәлгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Атлас мира. Государства и территории мира. Справочные сведения. — Роскартография, 2010. — С. 15. — ISBN 978-5-85120-295
  2. 1 2 CIA. Botswana. The World Factbook (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2010. 2015 йылдың 15 октябрь көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 Botswana. International Monetary Fund. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2009. Архивировано 22 август 2011 года.
  4. Human Development Report 2013 (недоступная ссылка — история). United Nations Development Programme (14 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2013. 2014 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
  5. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa

Тема буйынса өҫтәмә