Сомалиленд

Сомалиленд — Сомали ярымутрауының төньяғында урынлашҡан танылмаған дәүләт, Британияның элекке колонияһы. Булмаған Сомали дәүдәтенең өлөшө тип таныла. Баш ҡалаһы — Харгейса ҡалаһы.

Дөйөм тасуирлама

Сомалиленд территорияһында (138 мең. км²) Сомали халҡының өстән бере йәшәй (3 млн тирәһе кеше, 2003 йыл). Юридик яҡтан провинция әлегә тиклем Сомали өлөшө тип һанала, Һуңғы йылдарҙа һуғыш барыу сәбәпле күсмә хөкүмәт илдең күп өлөшөн контрольдә тотмай. Сомали халҡының яртыһы күсмә тормошта йәшәгән малсылар. сомали, ғәрәп һәм инглиз телдәре рәсми телдәр. Барлыҡ Сомалиленд халҡы — сөнни мосолмандар.

2003 йылда үткәрелгән референдум һөҙөмтәләре буйынса , халыҡтың 99 % -ҡа яҡын өлөшө бойондороҡһоҙлоҡ һәм яңы Сомаленд Конституцияһы яҡлы.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә