Габон

Exquisite-kmix.png
Был тауышлы файл [1] мәҡәләһенә инеш нигеҙендә 28 май 2019 йыл яҙҙырылды һәм ошо датанан һуң башҡа төҙәтеүҙәрҙе ҡабул итмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ: башҡа аудиомәҡәләләр

Гамбия — менән бутамаҫҡа!


Габо́н (франц. Gabon [ɡaˈbõ]), рәсми исеме — Габо́н Респу́бликаһы (франц. République gabonaise) — Үҙәк Африкалағы дәүләт, Францияның элекке колонияһы. 2013 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 1 811 079 кеше тәшкил итә[5][6][7][8], территория 267 667 км² тәшкил итә. Халыҡ һаны буйынса донъяла 145-се һәм территорияһы буйынса 76-сы урынды биләй.

Баш ҡалаһы — Либревиль. Рәсми теле — француз теле.

1966 йылдың 20 сентябренән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы.

Унитар дәүләт, туғыҙ провинцияға бүленә. Президент Республикаһы — Али Бонго Ондимба 2009 йылдың 30 авгусында президент итеп һайлана.

[[Үҙәк Африканың көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Гвинея ҡултығы йыуа. Ҡоро ерҙә Конго Республикаһы, Камерун һәм Экватор Гвинеяһы менән сиктәш.

Диндарҙарҙың күбеһе төрлө мәғәнәләге христиан динен тота (башлыса католицизм).

Нефть ятҡылыҡтары һәм сит ил инвестициялары Габонды Африканың иң бай һәм тотороҡло дәүләттәренең береһенә әйләндерерә. Кеше үҫеше индексы ҙурлығы буйынса 8-се, Африкала йән башына иҫәптә тулайым эске продукт күләме буйынса дүртенсе (номинал) һәм Африкала йән башына эске тулайым продукт күләме буйынса бишенсе (Сейшел утрауҙары, Маврикий һәм Экватор Гвинеяһы республикаларынан ҡала) урынды биләй[9]. Әммә килемдең тигеҙ бүленмәүе арҡаһында халыҡтың байтаҡ өлөшө ярлы. Аҡса берәмеге — Африка франкы.

Этимологияһы

Габон атамаһы португал телендә Мбе йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан: «Gabao» (капюшонлы пальто) — йылға тамағы формаһы[10].

Географияһы

Географик урынлашыуы

Африка ҡитғаһында иң бай һәм тотороҡло дәүләт булып иҫәпләнә. Төньяҡ-көнсығыштан Экваториаль Гвинея[11], төньяҡтан Камерун, көнбайыштан һәм көньяҡтан Конго Республикаһы менән сиктәш. Көнбайыш ярын Атлантик океан йыуа.

Сигенең дөйөм оҙонлоғо — 2551 км, яр буйының оҙонлоғо — 885 км. Илдең яр линияһын Лопес мороно ике өлөшкә бүлә. Унан көньяҡҡа табан ярҙары тура, яҫы, һай һыулы ҡултыҡлы. Морондан төньяҡҡа табан яр буйы һыҙаты ҡатмарлыраҡ, бында уңайлы бухталар — ил йылғалары эстуарийҙары урынлашҡан[12]. Габондың дөйөм майҙаны — 267 667 км². Һыу өҫтө 10 000 км² тәшкил итә (дөйөм майҙандың 3,7 проценты), ә ҡоро ер 257 667 км² майҙанды биләй[11][13]. Ер фондының күпселек өлөшөн (77 %) урман биләй, көтөүлектәр ерҙең 18 процентын тәшкил итә, ә 2 проценты һөрөнтө ерҙәр өсөн һаҡлана[11].

Тәбиғәт шарттары

Габон экваториаль һәм субэкваториаль бүлкәттәрҙә урынлашҡан. Эҫе һәм дымлы климат арҡаһында ил территорияһының яҡынса 80 процентын ҡуйы мәңге йәшел урмандар биләй. 30 — 200 км киңлектәге һаҙлыҡлы яр буйы уйһыулығы булған көнбайыштан көнсығышҡа табан күтәрелә, унда яйлалар һәм тау һырттары урынлашҡан[12].

Административ бүленеше

Габон 9 провинциянан тора, улар үҙ сиратында 50 департаментҡа бүленә.

Провинция Провинция
(фр.)
Административ
үҙәк
майҙаны
км²
Халҡы[5][6][7][8]
кеше (2013)
Тығыҙлыҡ
кеше/км²
Карта
1 Үрге Огове Haut-Ogooué Франсвиль 36 547 250 799 6,86
2 Волё-Нтем Woleu-Ntem Оем 38 465 154 986 4,03
3 Нгуние Ngounié Муила 37 750 100 838 2,67
4 Ньянга Nyanga Чибанга 21 285 52 854 2,48
5 Огове-Ивиндо Ogooué-Ivindo Макоку 46 075 63 293 1,37
6 Огове-Лоло Ogooué-Lolo Куламуту 25 380 65 771 2,59
7 Яр буйы Огове Ogooué-Maritime Порт-Жантиль 22 890 157 562 6,88
8 Урта Огове Moyen-Ogooué Ламбарене 18 535 69 287 3,74
9 Эстуарий Estuaire Либревиль 20 740 895 689 43,19
Бөтәһе 267 667 1 811 079 6,77

Халҡы

undefined

2020 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, илдә халыҡтың дөйөм һаны — 2 230 908 кеше.

undefined

2020 йылда уртаса ғүмер оҙайлығы — 69 йәш[3].

Демографик картина һәм енес-йәш буйынса структура

Габон халҡының йыллыҡ үҫеше — 2,5 процент тирәһе. 2020 йылда тыуым кимәле — мең кешегә 26,3 бала, ә тыуымдың дөйөм коэффициенты — ҡатын-ҡыҙға 3,41 бала. Илдән 8700-ҙән ашыу кеше (мең кешегә 3,9 кеше) күсеп китә[13].

undefined

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 69 йәш (ирҙәр өсөн — 67,3, ҡатын-ҡыҙҙар — 70,8). Халыҡтың ир-ат өлөшө ҡатын-ҡыҙҙарҙан күберәк (2020 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 100 ҡатын-ҡыҙға 108 ир-ат тура килә)[3]. Өлкән йәштәгеләр төркөмөндә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк — 44 368 ир-егеткә 44 381 ҡатын-ҡыҙ тура килә, ә кесе (399 374 ҡыҙға 413 883 малай) һәм урта (700 513 ир-егеткә — 628 389 ҡатын-ҡыҙ) төркөмдә кире күренеш күҙәтелә[3].

Телдәре һәи этник составы

Рәсми тел — француз теле. 2018 йылға француз телле илдәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Габон халҡының 66 проценты француз телен белә[14][15]. Халыҡтың күпселек өлөшө банту төркөмө телдәрендә (фанг, мьене, баньяби һ.б.) һөйләшә. Ун туғыҙынсы быуатта урындағы бер нисә тел өсөн христиан миссионерҙары латин алфавиты буйынса яҙыу әҙерләй, әммә уларҙың күбеһе яҙыуһыҙ ҡала[16].

Габонда европалылар йәшәй, башлыса француздар (10 700 кеше)[13] һәм бер нисә мең пигмей (бака, бабонго һәм башҡалар)[16].

Иҡтисады

undefined

Габон — көсһөҙ үҫешкән аграр дәүләт[17]. Нефть, газ, марганец һәм уран мәғдәненең тәбиғи запастары күп булыуы һәм сағыштырмаса аҙ һанлы халҡы арҡаһында Габон 2023 йылға ҡарата Африканың иң бай илдәренең береһе булып тора. Йән башына эске тулайым продукт күләме буйынса Африкала (номинал) дүртенсе (Сейшел утрауҙары, Маврикий һәм Экватор Гвинеяһы республикаларынан һуң) һәм Африкала йән башына эске тулайым продукт күләме буйынса бишенсе (Сейшел утрауҙары, Маврикий, Ливия һәм Ботвана республикаларынан һуң) урынды биләй[9].

Эшкә яраҡлы халыҡтың 60 процент самаһы ауыл хужалығында йәки ағас әҙерләүҙә мәшғүл.

Ауыл хужалығы (тулайым эске продуктының 5 проценты) какао, кофе, шәкәр, пальма майы, каучук, малсылыҡ продукттары етештерә.

Сәнәғәт (хеҙмәткәрҙәрҙең 15 проценты, ЭТП-ның 57 проценты) — нефть сығарыу һәм эшкәртеү (2013 йылда етештерелгән 11,8 миллион тонна[18]), марганец һәм алтын сығарыу, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, ағас эшкәртеү.

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата минималь эш хаҡы айына 150 000 франк (259,09 АҠШ доллары) тәшкил итә. Хөкүмәт хеҙмәткәрҙәре бер балаға 20 000 франк (34,55 АҠШ доллары) күләмендә өҫтәмә айлыҡ пособие ала. Шулай уҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәре транспорт, торлаҡ һәм ғаилә пособиеһы ала; Законда шәхси сектор хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ йәки ғаилә пособиеһы тәғәйенләнмәгән[19][20][21].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 2 // Constitution de Gabon (фр.) — 1961.
  2. 1 2 https://www.ethnologue.com/language/fra
  3. 1 2 3 4 Gabon :: People and Society. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2009. Архивировано из оригинала 22 апрель 2020 года.
  4. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
  5. 1 2 Перепись населения 2013 года (RGPL-2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2016. Архивировано 31 август 2016 года.
  6. 1 2 Перепись населения 2013 года. // Geohive. Архивировано 6 сентябрь 2011 года.
  7. 1 2 Перепись населения 2013 года 2019 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған. // Citypopulation
  8. 1 2 Перепись населения 2013 года 2016 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған. // Statoids
  9. 1 2 Report for Selected Countries and Subjects
  10. Зеленский Ю. И. Габон (Справочник) / Юрий Иванович Зеленский. — Главная редакция восточной литературы издательства«Наука», 1977. — С. 38. — 237 с.
  11. 1 2 3 Всемирная География › Африка › Габон. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2009. Архивировано 5 сентябрь 2011 года.
  12. 1 2 Габон // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  13. 1 2 3 CIA - The World Factbook: Gabon (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2016. Архивировано из оригинала 22 апрель 2020 года.
  14. Источник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2022. Архивировано 16 декабрь 2021 года.
  15. Источник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2022. Архивировано 22 декабрь 2020 года.
  16. 1 2 Британика - статья о Габоне (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
  17. Габон // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 162. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  18. http://www.histant.ru/sites/default/files/inafran/Rassohin_disser.pdf 2015 йылдың 10 июль көнөндә архивланған. С. 167
  19. Minimum wage — Gabon — WageIndicator.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2022. Архивировано 20 июнь 2020 года.
  20. Country Reports on Human Rights Practices for 2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2019. Архивировано 26 ғинуар 2018 года.
  21. Google Translate. Translate.googleusercontent.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2014. Архивировано 1 февраль 2020 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә