Гвинея ҡултығы
География
Майҙаны 1533 мең км². Ҡултыҡ төбөндә Гвинея котловинаһы барлыҡҡа килә, уның тәрәнлеге 6363 метрға барып етә. Һыуҙың температураһы 25-27 °С тәшкил итә. Тоҙлолоғо 34-35 ‰, йылғалар тамаҡтарында 20-30 ‰-гә тиклем кәмей. Ярым тәүлекле һыу күтәрелеүҙәрҙең дәүмәле 2,7 метрға барып етә.[1]
Иң ҙур утрауҙары — Биоко, Сан-Томе, Принсипи, Аннобон. Ҡултыҡ аша көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай йылы Гвинея ағымы, ә төньяҡтан көньяҡҡа һалҡын Ангола ағымы үтә.
Ҡултыҡҡа артабанғы йылғалар ҡоя: Вольта, Конго, Нигер, Огове һ.б.
Балыҡ тотоу һәм нефть сығарыу тармаҡтары үҫешкән. Төп порттары — Ломе (Того), Лагос (Нигерия), Аккра һәм Такоради (Гана), Либревиль (Габон).