Лагос
Тарихы
Йоруба, авори халыҡтарының торлағы булған ваөытта Лагосты Эко тип атағандар, бул һүҙ «ферма» йәки «лагерь» тигәнде аңлата. 1472 йылда португаль диңгеҙсеһе Руй де Секейра (Rui de Sequeira) килеп ултыра һәм был өлкәне Лагос тип атай, был «күл» тигәнде аңлата. 1704—1851 йылдарҙа Лагос колдар һатыу үҙеге була. 1841 йылда Оба Акитое тәхеткә килгәс ҡолдар менән һатыу итеүҙе тыя. Ҡолдар менән һатыу итеүселәр бунт күтәрәләр һәм королде бәреп төшөрәләр, тәхеткә ҡустыһы Оба Касоконы ултырталар. Ҡыуылған Оба Акитоеға инглиздәр кире власҡа әйленеп ҡайтырға ярҙам итәләр. Ул 1851 йылда тәхеткә ултыра һәм ҡолдар менән һатыу итеүҙе тыя.
1861 йылда Лагос Британия колонияһы булараҡ аннексиялана. 1914 йылда протекторат баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
География и климат
Ҡала Атлантик океандың Бенин ҡултығындаҡа утрауҙарҙа урынлашҡан. Лагос климаты — субэкваториаль. Марттан июльгә тиклем оҙайлы дымлы миҙгел, һуңынан августа ҡыҫҡа ваҡытлы ҡоро сезон, сентябрҙан октяргә тиклем ҡыҫҡа дымлы миҙгел, ноябрьҙан мартҡа тиклем ҡоро миҙгел (был миҙгелдә ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм булып тора).
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 33 | 35 | 37 | 38 | 33 | 35 | 31 | 31 | 30 | 32 | 32 | 32 | 38 |
| Уртаса максимум, °C | 32,2 | 33,2 | 32,9 | 32,2 | 30,9 | 29,3 | 28,2 | 28,3 | 28,9 | 30,3 | 31,4 | 31,8 | 30,8 |
| Уртаса температура, °C | 27,3 | 28,5 | 28,5 | 28,0 | 27,1 | 25,6 | 25,3 | 25,1 | 25,5 | 26,4 | 27,2 | 27,2 | 26,8 |
| Уртаса минимум, °C | 22,4 | 23,7 | 24,1 | 23,7 | 23,2 | 21,9 | 22,3 | 21,8 | 22,1 | 22,4 | 23,0 | 22,5 | 22,8 |
| Абсолют минимум, °C | 17 | 20 | 21 | 21 | 21 | 21 | 21 | 20 | 20 | 20 | 20 | 20 | 17 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 13 | 41 | 84 | 146 | 202 | 316 | 243 | 122 | 160 | 125 | 40 | 15 | 1507 |
| Һыу температураһы, °C | 28 | 28 | 29 | 29 | 29 | 28 | 26 | 25 | 26 | 27 | 29 | 28 | 28 |
| Сығанаҡ: Гонконг обсерваторияһы, Weatherbase, World Climate Guide | |||||||||||||
Административ бүленеше һәм демография
Лагос айырым административ берәмек булып тормай, шуға күрә ҡала администрацияһы юҡ[3]. Оло Лагос ҡала территорияһы Лагос штатына ингән 20 үҙидара биләмәһенең 16-һын үҙ эсенә ала. Лагос штаты 1967 йылдың 27 майында Нигерияны 12 штатҡа бүлеп административ реформа үткәргән ваҡытта барлыҡҡа килә. Ошоғаса Лагос муниципалитеты Нигерияның хөкүмәте тарафынан идара ителә. Лагос муниципалитеты советы эшмәкәрлеге 1967 йылда туҡтатыла, уныү эшмәкәрлеге айырым территорияларға йөкмәтелә[4]. 1970 йылдар башында нефть бумы осоронда Лагос демографик үҫеш кисерә. Экономик үҫеш ваҡытанда ауыл ерҙәренән халыҡ ҡалаға күсенә. Был ҡала халҡының артыуына килтерә, ҡала тирәләй эйәрсен ҡасабалар барлыҡҡа килә. Ҡала тирә яғындаға ҡасаба-ҡаласыҡтар «Оло Лагос» ҡалаһын барлыҡҡа килтерә.
Ҡәрҙәш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.demographia.com/db-worldua.pdf
- ↑ 1 2 Metro Lagos (Nigeria): Local Government Areas - Population Statistics in Maps and Charts
- ↑ Cities & Citizens Series:Urban Iniquities in three Cities. Unhabit Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2012. Архивировано 21 май 2013 года. 2011 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Public Admin. Dev. Urban local government finance in Nigeria: The case of Lagos municipal area, page=12: 19—38. doi: 10.1002/pad.4230120103. Publisher=Dr. Dele Olowu, 1992
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Lagos State Government Official Site
- Lagos Chamber of Commerce
- Lagos State House of Assembly 2018 йылдың 8 ноябрь көнөндә архивланған.
- Lagos State Judiciary Board
- History