Оем

Оем[1] (франц. Oyem) — Габон ҡалаһы, Волё-Нтем провинцияһының һәм Волё департаментының административ үҙәге. Оем ҡалаһы провинцияның төньяғында, Нтем йылғаһы буйында, урынлашҡан.

Географияһы

Ҡала 910 м самаһы бейеклектә торған платола урынлашҡан. Ҡала үҙенең яҡын-тирәһендәге ауыл хужалығы территорияларының административ һәм транспорт үҙәге[2]. Оем ҡалаһы Габондың баш ҡалаһы Либревилдән 411 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Климат

Климат Оем
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Һауа температураһы, °C 28,6 29,1 29,5 29,4 28,9 27,4 26,0 26,4 27,5 28,2 27,9 28,0 28,0
Уртаса температура, °C 23,7 24,0 24,1 24,1 23,9 23,0 21,9 22,0 22,9 23,3 23,1 23,1 23,3
Уртаса минимум, °C 18,9 18,8 18,7 18,9 18,8 18,6 17,8 17,6 18,3 18,4 18,3 19,1 18,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 77,1 89,6 204,6 208,9 206,9 103,3 38,6 48,6 220,6 338,5 214,2 86,9 1837,8
Сығанағы: [1],[2]

Тарих

Оем ҡала ситендә үҫкән ҙур ағас хөрмәтенә аталған. 1990-сы йылдарҙа Тыныслыҡ корпусының бер нисә ҡатын-ҡыҙын көсләйҙәр һәм үлтерәләр, был ваҡиға төбәктең именлек төбәге булыуына шикләндергән сәбәп була.

2004 йылдың март айында ҡаланы ҡоторған эттәр баҫып ала, улар өс кешене үлтерә. Ҡала хакимиәтте 50 берәҙәк эттәрҙе атырға мәжбүр була[4].

2004 йылдың октябрендә Оем һыу һәм электр етешмәүҙән зыян күрә. Оемда шул уҡ йылдың декабрендә ҡорһаҡ тифы эпидемияһы була, ул бөтә Төньяҡ Габонға тарала[3]. Оемда ауырыуҙың 50 осрағы теркәлә.

Иҡтисад

Оемда үҫтерелгән төп ауыл хужалығы культуралары булып какао һәм кофе тора. Автомобиль транспорты менән улар Камерундың Криби, Дуала ҡалаларына килтерелә, аҙаҡ бынан башҡа илдәргә экспортҡа бара. Бында шулай уҡ картуф һәм каучук етештерелә[2].

Хеҙмәттәр

Ҡалала дауахана, ике сиркәү, ауыл хужалығы мәктәбе, дәүләт урта мәктәбе һәм таможня эшләй[2].

Демография

Йыл Халыҡ һаны[5]
1993 22 404
2010 40 235
2013 60 685

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

  1. Камерун, Экваториальная Гвинея, Габон, Конго, Сан-Томе и Принсипи // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 149. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. 1 2 3 Oyem (ингл.). Encyclopædia Britannica (2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
  3. 1 2 Typhoid fever breaks out in northern Gabon (инг.) // Asia Africa Intelligence Wire.
  4. Gabonese town slays 50 stray dogs (инг.) // Asia Africa Intelligence Wire.
  5. Oyem (ингл.). World Gazetteer. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2011. Архивировано 30 июль 2012 года.

Һылтанмалар

Категориялар