Эритрея

Эритрея — Көнсығыш Африкалағы Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы дәүләт. Көнбайышта Судан, көньяҡта Эфиопия, көнсығышта Джибути менән сиктәш. 1993 йылда Эфиопиянан бойондороҡһоҙлоҡ алған. Баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы — Асмэра.

Географияһы

Эритрея — төньяҡ-көнсығыш Африкалағы ил. Майҙаны — 121,3 тыс. км². Көнсығышта Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла, Судан, Эфиопия, Джибути менән сиктәш. Ил биләмәһенең күпселек өлөшө Эфиопия ҡалҡыулығының Эритрея яйлаһында ята.

Сәйәси ҡоролош

Дәүләттең һәм хөкүмәттең башлығы — президент. Конституцияға ярашлы, парламент тарафынан 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайланып ҡуйылырға тейеш. 1993 йылдың июненән президент — Исайас Афеворки. Президент һайлауҙары әле үткәрелмәгән.

Закондар ҡабул итеү органы — бер палаталы Милли Ассамблея — 1997 йылда тәғәйенләп ҡуйылған 150 депутаттан тора. Һайлауҙар 2001 йылға планлаштырылған булған, шунан билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелгән. Бер генә легаль партия бар — Демократия һәм ғәҙеллек өсөн халыҡ фронты (башлығы — Исайас Афеворки).

Иҫкәрмәләр

  1. Department of Economic and Social Affairs Population Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations).
  2. 1 2 Eritrea. International Monetary Fund. Архивировано 22 август 2011 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә