Иртәнге аш
Иртәнге аш — көн эсендәге беренсе аҙыҡ ҡабул итеү, ҡағиҙә булараҡ, таң атҡандан төшкә тиклем үтә[1]. Туҡланыу буйынса ҡайһы бер белгестәр, иртәнге аш — иң мөһиме, уны үткәреү һимереүгә, шәкәр диабеты, йөрәк өйәнәгенә килтерергә мөмкин тип фаразлай[2].
Иртәнге аш йолалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төрлө илдәрҙә иртәнге аштың үҙ йолалары бар:
Европала иртәнге аш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Европала иртәнге ашты әҙерләү Урта диңгеҙ йолаларына барып тоташа. Мотлаҡ рәүештә эҫе эсемлектәр (алкоголһеҙ) һәм ондан бешерелгән ашамлыҡ ҡуялар. Эсемлектәрҙән һөткә өҫтөнлөк бирелә.
Инглиздәрҙә иртәнге аш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк Британияла иртәнсәк бекон, бәшмәк, помидор, икмәк менән ҡурылған йомортҡа һәм пудинг ашайҙар. Әммә хәҙерге ваҡытта классик инглиз иртәнге ашын тик ял көндәрендә йә байрамдарҙа ғына ашай алалар[3].
Һиндтарҙа иртәнге аш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һинд аш-һыуында ноҡот һәм йәшелсәләрҙән әҙерләнгән сабджи ризығына өҫтөнлөк бирелә, уға карри тәмләткестәр ҡатнашмаһы ла ҡушыла.
Ҡытайҙарҙа иртәнге аш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡытайҙа иртәнге ашҡа еңел ризыҡтар, эсемлектәрҙән пуэр исемле сәй ҡуйыла. Сынаяҡ аҫтына ҙур булмаған өлөштәр менән еләк-емеш, йәшелсә, диңгеҙ продукттары һалына.
Рус иртәнге ашы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урыҫтарҙа иртәнге ашты әҙерләү күп ваҡытты алмай. Өҫтәлгә майлы бутҡа, эремсек, сыр, ҡоймаҡ ҡуялар, ҡыҙҙырылған йомортҡа, омлет та булыуы мөмкин. Ғәҙәти эсемлектәрҙән — ҡара сәй, кәһүә, десертҡа бал, ҡайнатма, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ, печенье ашайҙар. Йәйге осорҙа шулай уҡ емеш-еләк тә өҫтәлә: алма, армыт, ҡауын һәм ҡарбуз, ҡурай еләге, ер еләге һәм башҡалар.
Башҡорттарҙа иртәнге аш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорттар ғәҙәттә иртәнсәк мотлаҡ һөтлө ҡара сәй эсеп, эремсек, бал, төрлө ҡайнатмалар, ҡорот, талҡан ҡушып ашарға мөмкин.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Завтрак в словаре Ушакова(недоступная ссылка)
- ↑ Завтрак «самый важный приём пищи» BBC 7 марта 2003 года
- ↑ Английский завтрак (отрывок из книги «Путеводитель по англичанам»)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Завтрак // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)