17 август
17 август — рәсми календарь буйынса йылдың 229-сы (кәбисә йылында 230-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 136 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Боливия: Флаг көнө.
Габон: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Индонезия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Самауыр көнө.
Колумбия: Инженерҙар көнө.
Тажикстан: Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар оборонаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Тимер юлсылар көнө.
- 1771: Фотосинтез процесы асыла.
- 1928: Мәскәүҙә «Динамо» стадионы файҙаланыуға тапшырыла.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Павлов Фёдор Максимович (1905—12.03.1996), ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1939—1952 йылдарҙа Дәүләкән МТС‑ы директоры, артабан 1961 йылғаса Дәүләкән район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—5-се саҡырылыш (1947—1963) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Әсхәр Кәшфуллин (1930-2018), шағир, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Докучаев Евгений Сергеевич (1940), ғалим-иҡтисадсы. 1963—2012 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1986), профессор (1989).
- Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы (1945), хеҙмәт ветераны. 1967—1986 йылдарҙа Илеш районының «Октябрь» колхозы комбайнсыһы, 1993 йылдан иген ырҙыны машинисы; 1986 йылдан «Сөн» совхозының партком секретары, 1990—1992 йылдарҙа директор урынбаҫары, артабан район элемтә бүлеге почтальоны. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Андреев Вадим Евгеньевич (1955), ғалим-тау инженеры, нефтсе. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты Нефть һәм газ технологиялары һәм яңы материалдар үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәғәҙәтов Һиҙиәт Сәғәҙәт улы (1896—1968), педагог. 1918 йылдан хәҙерге Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1932 йылдан һәм 1946—1956 йылдарҙа район мәғариф бүлеге инспекторы, 1942—1946 йылдарҙа — мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1954), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949), Ленин ордены кавалеры (1949).
- Рехмуков Фарид Измайлович (1926—13.12.2005), архитектор, йәмәғәтсе. 1954 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1965—1985 йылдарҙа Өфө ҡалаһының баш архитекторы. 1969—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Архитекторҙар союзының идара рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1974). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Әстерхан ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Зәҡәрин Фәхрәзи Шакир улы (1931—22.02.1983), агроном. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай ауылынан.
- Улендеева Анна Дмитриевна (1941), химик-технолог-ғалим. 1965—2006 йылдарҙа Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдан — өлкән, 2000 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кривой Ключ ауылынан.
- Паксютов Иван Трофимович (1946), инженер-химик-технолог. 1964—2006 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан (өҙөклөк менән) Минераль ашламалар заводы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы (2001) химигы. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Рәйемғужина Зилиә Мөхәмәтйән ҡыҙы (1946), тел белгесе-ғалим. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты, 2013 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Мөҡсин ауылынан.
- Байгазов Алексей Изиляевич (1951—27.11.2023), бейеүсе. 1975—1994 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Унур ауылынан.
- Прочухан Юрий Анатольевич (1951—15.07.2019), химик-ғалим. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шуд иҫәптән 1980 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1983 йылдан — лаборатория мөдире, 1999—2003 йылдарҙа юғары молекуляр берләшмәләр кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1993—2003 йылдарҙа химия факультеты деканы һәм 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Химия бүлегенең академик секретары, 1995—2001 йылдарҙа Органик химия институтының лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1989), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Д. И. Менделеев исемендәге премия лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһе Люберцы ҡалаһынан.
- Кәримова Ләйсән Ғәбделбарый ҡыҙы (1971), театр артисы. 1993—2010 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008), ижади премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан.
- Абдуллин Ленар Рәфил улы (1976), инженер-ғалим. 2012 йылдан БАШНИПИНЕФТЬ институтының бүлек начальнигы урынбаҫары, 2015 йылдан — начальнигы. Техник фәндәр докторы (2008). Профессор Рәфил Абдуллиндың улы. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәлихов Сәфәрғәли Ноғоман улы (1927—2004), транспортсы, шағир, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1942—1978 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Баймаҡ коммуналь предприятиелары һәм төҙөкләндереү комбинаты хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1968). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Шәрипов Әхсән Шәрифғәли улы (17.08.1927—14.03.2004), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1959—1989 йылдарҙа Ҡыйғы районының М. И. Калинин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
тулы исемлек
- Ғәлиева Зинура Нурлығаян ҡыҙы (1932—4.07.2014), нефтсе. 1962—1993 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Бәтке ауылынан.
- Гнетулло Владимир Иванович (1937), элемтәсе. 1973—2000 йылдарҙа Өфө ҡала-ара телефон станцияһы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Нагорнова Людмила Михайловна (1947), педагог. 1966—2007 йылдарҙа Салауат ҡалаһы балалар баҡсалары тәрбиәсеһе, мөдире. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Фенова Евгения Александровна (1947), ғалим-филолог. Башҡорт дәүләт университетының инглиз теле кафедраһы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы (1928—19.06.1997), СССР һәм Рәсәй ғалим-профпатологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1987).
- Варламова Екатерина Николаевна (1928), бейеүсе, педагог. 1947—1951 йылдарҙа һәм 1955—70 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1971— 1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1999—2008 йылдарҙа «Маска» балалар ижады театр үҙәге педагогы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (1928), ғалим-травматолог-ортопед, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).
- Пучков Виктор Николаевич (1928), ғалим-геолог, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2000), геология‑минералогия фәндәре докторы (1978), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры.
- Вәхитов Радик Шакир улы (1948), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист, тарихсы. Техник фәндәр кандидаты (1975). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зәйнәшев Үзбәк Нәзих улы (1919—19.05.1986), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Илеш районының Фрунзе исемендәге, 1962—1975 йылдарҙа — XXII партсъезд исемендәге колхоз рәйесе. СССР-ҙың 6-сы саҡырылыш (1962—1966) Юғары Советы һәм Башҡорт АССР-ының бер нисә саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXI, XXII һәм XXIII съездары делегаты. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1979), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡәҙер ауылынан.
- Аслаев Абрар Әғзәм улы (1924—1997), урындағы башҡарма орган һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959 йылдан Хәйбулла районы Сиҙәм ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе, 1963—1983 йылдарҙа «Хәйбулла» совхозы кадрҙар бүлегенең өлкән инспекторы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әбделнасир ауылынан.
тулы исемлек
- Сәғәҙиев Зөлфәт Таһир улы (1949), сауҙа тармағы хеҙмәткәре. 1980—2003 йылдарҙа сауҙа предприятиеһы етәксеһе, Кушнаренко районы ҡулланыусылар йәмғиәте (райпо) рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Ишкинин Таһир Хабрахман улы (1964), журналист, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2001—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хәкимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009).
- Тимофеев Артём Владимирович (1969), спортсы. Өфө ҡалаһының Спортты үҫтереү үҙәгенең директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Баянов Рөстәм Сәлим улы (1979), педагог, мәғариф, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәре. 2019 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе, территориялар менән эшләү буйынса бүлек начальнигы, 2024 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2021) һәм мәғариф отличнигы (2009).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1935: Олег Табаков, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1960: Шон Пенн, АҠШ актёры, кинорежиссёр һәм сценарист, «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты.
тулы исемлек