Баянов Рөстәм Сәлим улы

Рөстәм Сәлим улы Баянов (рус. Баянов Рустям Салимович; 1979 йылдың 17 авгусы, Ҡалдар, Башҡорт АССР-ы) — педагог, мәғариф, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәре. 2024 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы хеҙмәткәре, 2019—2023 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе, территориялар менән эшләү буйынса бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2021) һәм мәғариф отличнигы (2009).

Биографияһы

Баянов Рөстәм Сәлим улы 1979 йылдың 17 июнендә Башҡорт АССР-ының[1]Күгәрсен районы Ҡалдар ауылында тыуған.

Юғары белемле: 2001 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын «башланғыс кластар уҡытыусыһы», «социаль педагог» һөнәре буйынса[2], 2012 йылдаБашҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «менеджмент» һөнәре буйынса тамамлаған.

1986 йылда тыуған ауылындағы урта мәктәптең беренсе синыфына бара. 1996 йылда уны тамамлай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына педагогика һәм психология факультетының «башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы» йүнәлеше буйынса уҡырға инә[2].

Махсус юғары һөнәр алғандан һуң, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 2001 йылдың авгусында Мәләүез районы Юлдаш урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.

2002 йылдың сентябренәнКөйөргәҙе районы «Халыҡты социаль яҡтан тәьмин итеү комплекслы үҙәге»нең Ермолаево ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр приютының социаль педагогы, 2006 йылдың ғинуарынан — приюттың бүлек мөдире.

2006 йылдың сентябренән — Көйөргәҙе районы муниципаль районы хакимиәте мәғариф бүлегенең методик кабинет методисы.

2009 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дөйөм-аналитик эштәр бүлегенең баш эксперт-белгесе.

2010 йылдың ғинуарынан Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник интернат-лицейы директоры.

2013 йылдың октябре2014 йылдың сентябре — Күгәрсен районының Мәҡсүт урта мәктәбе директоры.

2015 йылдың ғинуары — авгусы — Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның Октябрь районы Мәғарифты үҫтереү үҙәге директоры.

2015 йылдың сентябре —2017 йылдың феврале — Күгәрсен районы муниципаль районы хакимиәте башлығынының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары[3].

2017 йылдың майы2019 йылдың феврале — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе, белгесе.

2019 йылдың апреле — авгусы — «Тандер» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең персонал менән эшләү буйынса белгесе.

2019 йылдың авгусы — 2023 йылдың декабре — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе, территориялар менән эшләү буйынса бүлек начальнигы[2].

2024 йылдың ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы кәңәшсеһе[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009)[2]
  • «Мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2012) [2]

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. 1 2 3 4 5 Уфимский университет науки и технологий. Стерлитамакский филиал. Факультет педагогики и психологии. Галерея успешных выпускников. Баянов Рустям Салимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 март 2025)
  3. Кугарчинский район: Баянов Рустям Салимович, заместитель главы по социальным вопросам. Портал Деклоратор. Муниципальные образования Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
  4. Шабаева Г.Ф. выступила на совещании в Доме РБ по совершенствованию методики изучения башкирского языка в ДОО РБ. Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования «Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы». Институт педагогики. Офиицальный сайт (26 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)