Самауыр көнө

Самауыр көнө (рус. День самовара) — Рәсәйҙәге айырым музейҙар, китапханалар һәм мәҙәниәт учреждениелары 17 августа билдәләп үтә торған рәсми булмаған тематик көн. Ул самауыр тарихына һәм сәй эсеү йолаларына арналған; дәүләт байрамы статусы юҡ[1]. 17 августы Самауыр көнө тип билдәләгән материалдарҙы музейҙар һәм халыҡ ижады үҙәктәре лә баҫтыра[2][3].

Тематика

Самауыр көнө самауырҙы көнкүреш әйбере һәм декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөһө булараҡ күрһәтеүгә, шулай уҡ рус сәй эсеү йолаларына арналған. Мәҙәниәт учреждениелары материалдарында самауыр ҡунаҡсыллыҡ, ғаилә аралашыуы һәм өй усағы символы итеп тасуирлана[4].

Самауыр тарихы

Беренсе Рәсәй самауырҙары Уралда 1730-сы йылдар аҙағында барлыҡҡа килгән. Тулала самауыр етештереү 1778 йылда башланған[5]. «Тула самауырҙары» музейы мәғлүмәте буйынса, ҡалалағы тәүге самауыр оҫтаханаһын Иван һәм Назар Лисицындар асҡан[6].

Саралар

Самауыр көнөнә арналған программаларға күргәҙмәләр, викториналар, тематик фотозоналар, музей экскурсиялары һәм сәй эсеү инә. 2022 йылда Тула өлкәһе Грумант ауылындағы «Самауырҙар һәм бульоткалар музейы» (рус.)баш. викторина менән кроссвордтар тәҡдим иткән, фотозоналар әҙерләгән, шулай уҡ балалар экскурсияһын һәм тарихи кейемдәрҙә фотосессияны уйнатҡан[7].

2025 йылдың 17 авгусында Красноярскиҙағы В. И. Суриков исемендәге музей-усадьбала коллекционер менән осрашыу, музей фондындағы самауырҙар күргәҙмәһе, музыкаль программа һәм урыҫ сәй мәҙәниәте тураһында һөйләү менән сәй эсеү ойошторолған[8].

Башҡортостанда

Башҡортостанда самауырға арналған урындағы мәҙәни саралар ҙа үткәрелә.

2025 йылдың авгусында Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылындағы «Красный Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ауылдың моделле китапханаһы «Рябинушка» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «День русского самовара» күңел асыу программаһын ойошторған. Сара «Русская изба» тарихи-мәҙәни үҙәгендә үткән. Сара барышында ҡатнашыусыларҙы рус сәй эсеү йолалары, самауырҙа сәй әҙерләү ысулдары һәм ҡоролманың эшләү принцибы менән таныштырғандар. Программаға «Самауыр» тураһында тематик уйындар, эстафеталар, йомаҡтар сисеү, самауыр тураһында мультфильмдар ҡарау индерелгән[9].

2026 йылдың авгусында Баймаҡ районының Ярат ауылындағы йома йәрминкәһендә «Шаулап ултыр, самауырым!» сараһы ойошторолған. Китапханасы Зифа Аҡсарина самауыр тарихы тураһында һөйләгән, ауыл халҡы ғаиләләрендә һаҡланған самауырҙарҙы күрһәткән. Программа уйындар һәм самауыр сәйе эсеү менән тамамланған[10].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ От Тулы до Америки: путешествие русского самовара. Роскульт (17 август 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  2. ↑ 17 августа — День самовара. Музей самоваров и бульоток (16 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  3. ↑ 17 августа в России отмечается День самовара. Севастопольский центр народного творчества (14 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  4. ↑ 17 августа в России отмечается День самовара. Центральная библиотечная система Находкинского городского округа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  5. ↑ Первые самовары. Музей самоваров и бульоток. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  6. ↑ Музей «Тульские самовары». Музей «Тульские самовары». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  7. ↑ 17 августа — День самовара. Музей самоваров и бульоток (16 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  8. ↑ День самовара. Музей-усадьба В. И. Сурикова (5 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  9. ↑ Виктория Назырова. В селе Красный Яр дошкольники отметили День русского самовара. Уфимские нивы (21 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
  10. ↑ Яратта — Самауыр көнө (башҡ.). Һаҡмар (22 август 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».