Абдуллин Ленар Рәфил улы
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 17 август 1976 (48 йәш) |
Һөнәр төрө | инженер-техник |
Тыуған урыны | |
Атаһы | Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы |
Абдуллин Ленар Рәфил улы (17 август 1976 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы[1](2008).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абдуллин Ленар Рәфил улы 1976 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алыу теләге Өфө дәүләт нефть техник университетына алып килә. Уҡыу йортон 1998 йылда уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған ҡалаһында башлай, бер үк ваҡытта белем алыуын аспирантурала уҡый. 2000 йылдан Салауат ҡалаһындағы «Техником» Ғилми-производство берекмәһендә эшләй, һуңынан эшмәкәрлеген Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында дауам итә. 2003 йылда «Обеспечение безопасности эксплуатации нефтегазохимического оборудования и трубопроводов с технологическими, конструктивными и эксплуатационными несплошностями» темаһына докторлыҡ диссертацияһы[2] яҡлай. 2012 йылдан алып Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, бүлек начальнигы урынбаҫары. 2015 йылдан — бүлек етәксеһе. Профессор Рәфил Абдуллиндың улы[1].
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ленар Рәфил улының фәнни эшмәкәрлеге газ, нефть, химия ҡоролмаларын һәм үткәргес торбаларҙы файҙаланыу проблемаларына арналған. Уның ҡоролмаларҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙың ваҡытын билдәләү ысулдары, уларҙың ҡалған ресурстарын арттырыуҙың техник алымдары «Салаватнефтемаш», «Газпром нефтехим Салават» асыҡ акционерҙар йәмғитендә ҡулланыла. 50 фәнни хеҙмәт авторы[1].
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Обеспечение безопасности транспортировки нефтегазопродуктов. Уфа, 2007 (авторҙ.)
- Ресурс оборудования с несплошностями. Уфа, 2007 (авторҙ.).
- Техносферные риски при добыче и транспортировке углеводородов в Российском Заполярье. Уфа, 2015 (авторҙаш)[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Абдуллин Ленар Рәфил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Авторефераты диссертаций
- ↑ Техносферные риски при добыче и транспортировке углеводородов в Российском Заполярье 2021 йылдың 15 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдуллин Ленар Рәфил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.