Мөҡсин (Ҡырмыҫҡалы районы)

Мөҡсин (рус. Муксиново) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 204 кеше[2]. Почта индексы — 453015, ОКАТО коды — 80235855008.

Тарихы

Мөҡсин ауылы 18 быуат башында барлыҡҡа килә. 1816 йылғы 7 ревизия асыҡлауынса, бында 19 өйҙә 168 кеше йәшәһә, ә 1834 йылда 23 187 кеше иҫәпләнә. 1870 йылда ауылдың икенсе атамаһы барлыҡҡа килә: Казаккол тип атала. Шулай уҡ Мансаҙы, Иҙелауыл, Казак тип тә атала. 1920 йылда бында 83 йортта 386 кеше йәшәй. Ауыл халҡы, нигеҙҙә, малсылыҡ менән шөғөлләнә. 1843 йылда бында 242 ат, 180 һыйыр, 135 кәзә иҫәпләнә Иген үҫтереү менән дә шөғөлләнәләр. Умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ да хужалыҡтар ҙур урын биләй. 19 быуат аҙағында бында икмәк магазины һәм бакалея лавкаһы булыуы бидәле. Шулай уҡ мәсет, башланғыс дини мәктәп эшләй[3].

Географик урыны

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 204 88 116 43,1 56,9

Тема буйынса өҫтәмә