Үтәгән (Ҡырмыҫҡалы районы)

Үтәгән (рус. Утяганово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 438 кеше[2]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845009.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 438 219 219 50,0 50,0

Географик урыны

Үтәгән (Ҡырмыҫҡалы районы).jpg

Ауыл Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Ауыл тарихы

Үтәгән Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. XVIII быуат аҙағында Үтәгәй исемле ике ауылы булған, әммә халыҡ һаны бергә иҫәпкә алынған. 1795 йылда 40 йорт хужалығында 116 ир-ат һәм 132 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Артабан бер генә ауыл күрһәтелгән. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 61 йорт, 202 ир-ат (шул иҫәптән 6 припущенник) һәм 215 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1920 йылда 680 кеше (313 ир-ат һәм 367 ҡатын-ҡыҙ) һәм 136 йорт хужалығы була. (...дауамы Уфаген сайтында)

Билдәле шәхестәре

Башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

«Башҡорт халыҡ ижады» китап серияһына (II том, 1997 йыл) ингән «Абдрахман Аҡйегет» риүәйәте Үтәгән ауылында яҙып алынған. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙып алған бер варианты Ә. Усмановтың «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары» тигән йыйынтығында (Өфө, 1944, 34—35-се б.) баҫылып сыҡҡан. Ошо уҡ риүәйәтте 1947 йылда Ғайса Сөләймәнов ошо ауылда йәшәүсе Исмәғил Байымовтан яҙып алған. Тағы ла 1897 йылғы Ғ. Ғиззәтуллиндан «Ике үрҙәктең (өйрәктең) утрау яһағаны», «Үгеҙ мөгөҙөндәге ер» риүәйәттәре ошо ауылда яҙып алынған.[3]

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә