Үрге Төкөн

Үрге Төкөн (рус. Верхний Тюкунь) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 240 кеше[2]. Почта индексы — 453024, ОКАТО коды — 80235825004.

Халыҡ һаны

Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп милләт — башҡорттар (94 %)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 240 118 122 49,2 50,8

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 29 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡамышлы): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төкөн): 2 км

Урамдары

  • Ҡайынлы(урамы) рус. Березовая (улица))
  • Ҡушҡар(урамы) рус. Кушкар (улица))
  • Мәләш(урамы) рус. Маляш (улица))
  • Салауат Юлаев (урамы) рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Мәктәп(урамы) рус. Школьная (улица))[4]

Тарихы

7-се башҡорт кантонының 8-се йортона Үрге Төкөн һәм Түбәнге Төкөн ауылдары ҡарай. Улар Кесе Табын улусына ҡараған, XVIII быуат аҙағында ул Кесе-Табын улусы Төкөн тип аталған. V ревизияла өс ауыл: Төкөн, Урта Төкөн һәм Түбәнге Төкөн күренә. 1834 йылда Үрге Төкөн ауылында 233 кеше йәшәгән. 1859 йылда 48 йортта 173 ир иҫәпкә алынған. 1920 йылда 59 йортта 138 ир-ат һәм 150 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың береһе 28 йәшлек Юлбарыҫ Баҙыҡай улы Назаров Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә ғүмерен биргән. Тағы бер кеше ҡатнаша, ул иҫән-һау әйләнеп ҡайта: Һөйөндөк Ҡорманғолов

1839 йылда Үрге Төкөндә 233 кеше йәшәгән 41 йортҡа — 300 ат, 309 һыйыр, 140 һарыҡ, 109 баш кәзә тура килгән. 225 умартаһы һәм 50 солоғо була. 1842 йылда ауылда һыу тирмәне булған[5].

Һылтанмалар

Матбуғатта

Видеофильмдар

Иҫкәрмәләр