Ҡабаҡ (Ҡырмыҫҡалы районы)

Ҡабаҡ (рус. Кабаково) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 3141 кеше[4]. Почта индексы — 453028, ОКАТО коды — .

Топонимикаһы

Ҡабаҡ ауылының исеме «ҡабаҡ» — русса «веко» тигәндән алынған. Ҡабаҡ ауылының әлеге ваҡытта «башҡорт осо» тип кенә йөрөтөлгән өлөшөндә элек Илсекәй тигән башҡорт ауылы урынлашҡан булған. 1760 йылда типтәрҙәр, башҡорттарға килеп, ер һорағандар. Башҡорттар ауыл эргәһендәге ерҙәргә урынлашырға рөхсәт иткәндәр. Илсекәй ауылы Ағиҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан. Ҡабаҡ ауылы төҙөлөр урын тағы ла үрҙәрәк булған. Ошо тау башынан үҙҙәренә ауыл төҙөр типтәр халҡы Ағиҙел буйҙарына, урмандарға, тау аҫтында ғына урынлашҡан төҙ ҡамышлы матур күлгә ҡарап торған. Шунан: «Күл ҡүҙгә, ҡамыштары керпектәргә, ә ауыл урынлашыр тауыбыҙ күҙ ҡабағына оҡшаған. Ауылға Ҡабаҡ тигән исем ҡушайыҡ», — тигәндәр. Ике ауыл да ҙурая килә, бергә ҡушылған. Илсекәй исеме юҡҡа сыҡҡан, ауыл Ҡабаҡ тип кенә йөрөтөлә башлаған.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 3141 1480 1661 47,1 52,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡабак станцияһы): 5 км

Билдәле кешеләре

  • Саттаров Наил Шәрип улы (23.12.1941—15.04.2014) — совет осоусы-һынаусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы, полковник (1984), самолёт спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990), «Энергия — Буран» программаһы буйынса йыһанға осоуға әҙерлек ҡатнашыусыһы.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар