Атйетәр (Башҡортостан)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Атйетәр
Административ-территориаль берәмек Атйетәр ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1735
Почта индексы 453004
Административ үҙәге Атйетәр ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)[1]
Уникальный номер ГАР 78e52d0a-9500-4004-89ec-be6233d48c5d
Халыҡ һаны
Код КЛАДР 0202900007000

Атйетәр (рус. Адзитарово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 499 кеше[3].

Почта индексы — , ОКАТО коды — 80235805001.

Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).

1834 йылда ауылда 54 типтәр һәм 256 мишәр ир-ат була. 1920 йылда ауылда 999 ир-ат һәм 1055 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.

Төп халҡы — татарҙар (79 %). Татар теленең көнбайыш диалекты (мишәр) киң таралған[4].

Атйетәр ауылы атамаһы антропонимдан килеп сыҡҡан. Сығанаҡтарҙа Атйетәр исемле кешеләрҙе күп осратырға мөмкин. Уларҙың береһенә генә иғтибар итәйек. Дүрт юл башҡорттарының 1728 йылда воеводаларҙың ҡыҫырыҡлауы тураһындағы үтенесендә Мең улусы Мең ауылында йәшәүсе Атйетәр Илкәевтең тамғаһы ла бар. Был мәхәллә биләмәһендә Атйетәр урынлашҡан. Әммә был үрҙә телгә алынған аҫабаның шул уҡ исемле ауыл исеменә ҡағылышын иҫбатлау өсөн етерлек түгел. Улай булмаһа, ауыл исеме менән кем туранан-тура туғандаш? Ни өсөн Атйетәр ауылы беренсе күскенсе Юлдаш Исмәғилев исеме менән билдәле түгел?

Ауырғазы районында урынлашҡан 1-се Атйетәр (Кшанны) һәм Яңы Атйетәр ауылдары менән генетик бәйләнеш бармы? Һорауҙар байтаҡ, әммә уларға яуап юҡ әле.

Типтәр ауылы этник составы буйынса мишәргә әүерелә. 1834 йылда бында типтәрҙәр — 54 ир-ат иҫәпләнә, мишәрҙәр — 256 йән. 1920 йылда ауылда 999 ир-ат һәм 1055 ҡатын-ҡыҙ була. Мишәрҙәр күпселекте тәшкил иткән. 393 йорто булған[5].

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Коммунистик урам (рус. Коммунистическая (улица))
  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[6]