Иҫке Бәпес

Иҫке Бәпес (рус. Старобабичево) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 520 кеше[2]. Почта индексы — 453001, ОКАТО коды — 80235865001.

undefined

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (100 %)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 546
1920 йыл 26 август 458
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 286
1959 йыл 15 ғинуар 498
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 506
2002 йыл 9 октябрь 607
2010 йыл 14 октябрь 520 265 255 51,0 49,0

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төкөн): 14 км

Тарихы

XVII быуаттың икенсе яртыһында Нуғай даруғаһы Бишаул-Табын улусы башҡорттары тарафынан Мансур тип аталған ерҙә нигеҙ һалынған. Шулай уҡ Патис-Мансур, Сыуаш тип яҙыла. XIX быуаттың беренсе яртыһынан Бәпес тип иҫәпләнә (унда йәшәүселәрҙең береһе, улдары Норош, Ҡалмаш Бәпесевтар исеме менән билдәле).

1795 йылда 31 ихатала 175 кеше йәшәй, ә 1865 йылда 77 ихатала 410 кеше йәшәй. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәктәп, һыу тирмәне булған. XIX быуаттың икенсе яртыһында Яңы Бәпес ауылы барлыҡҡа килеү менән хәҙерге исемен ала. 1906 йылда мәсет, мәктәп, аҙыҡ-түлек магазины, икмәк магазины теркәлә[4].

Урамдары

  • Урман(урамы) (рус.  Лесная(улица))
  • Болон(урамы) (рус.  Луговая(улица))
  • Беренсе Май(урамы) (рус. Первомайская(улица))
  • Еңеү(урамы) (рус. Победы(улица))
  • Баҡса(урамы) (рус. Садовая(улица))
  • Социалистик(урамы) (рус. Социалистическая(улица))
  • Мәктәп(урамы) (рус. Школьная(улица))

Билдәле шәхестәре

Тағы ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә