Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы
Биографияһы
Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы Хәбирова 1928 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Малаяҙ (хәҙерге Салауат районы) Татар Малаяҙы ауылында тыуған[1]. Малаяҙ урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1956 йылға саҡлы Башҡорт дәүләт медицина институтында юғары һөнәри белем алған.
1956 йылдан, БДМИ-ны тамалағандан һуң, Башҡортостанда, Туймазы үҙәк район дауаханаһында, артабан, 1958—1961 йылдарҙа Татарстанда, Баулы үҙәк район дауаханаһында эшләй.
1962—1987 йылдарҙа Ҡаҙан ортопедия һәм травматология фәнни-тикшеренеү институтында (1982—1986 йылдарҙа бүлек мөдире) хеҙмәт итә. 1960 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының «Восстановительная травматология и ортопедия» фәнни-тикшеренеү институтында (НИЦ) эшләй.
Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙының ғилми эшмәкәрлеге даими аяҡ-ҡулдарҙың йомшаҡ һәм һөйәк туҡымаларына магнит яҫылығының тәьҫирен өйрәнеүгә, берләштерелгән һәм күп һанлы һыныуҙарҙы диагностикалау һәм һауыҡтырыу дауалауын камиллаштырыуға, быуын зарарланыуын дауалау ысулдарына бағышланған. Хәбирова ҡатнашлығында ҡулбаш һөйәгенең проксималь бүлеге һыныуын, торба һымаҡ оҙон суҡтар остеомиелитын хирургик дауалау ысулы, быуындар һыныуын дауалау ҡоролмаһы ентекләп эшләнгән. 90-дан артыҡ ғилми хеҙмәт һәм 3 уйлап сығарыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энцкиклопедия — Хабирова Галима Фаткулловна 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 август 2018)
Сығанаҡтар
- Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с.
Әҙәбиәт
- Труды по магнитотерапии.
Һылтанмалар
- Башкирская энцкиклопедия — Хабирова Галима Фаткулловна 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 август 2018)