Ишкинин Таһир Хабрахман улы
Таһир Хабрахман улы Ишкинин (рус. Ишкинин Тагир Хабрахманович; 1964 йылдың 17 авгусы, Үрге Таулыҡай, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй журналисы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2001—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хәкимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009).
Биографияһы
Таһир Хабрахман улы Ишкинин 1964 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында тыуған[1].
1984 йылдан — Силәбе өлкәһе һәм Баймаҡ районының ауыл һәм район мәҙәниәт йорттары директоры, художество етәксеһе[1].
1991 йылдан — «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе[1].
1995 йылдан — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000 йылдан — яуаплы секретарь[1].
2001—2018 йылдарҙа — Өфө ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе[1].
Социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси темаларға памфлеттар һәм публицистик мәҡәләләр авторы. Киске Өфө гәзитендә баҫылған ошо йүнәлештәге мәҡәләләре өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы 2009 йылғы премияһына лайыҡ була[2][3].
Китаптары
- Ауыр микән башҡорт булыуҙары? Мәҡәләләр йыйынтығы / Таһир Ишкинин. — Өфө: Беренсе тип., 2019. — 189,[1] б.; 21. — ISBN 978-5-6043896-4-5[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2009).
Өҫтәмә мәғлүмәт
• Атаһы —[Ишкинин Хәбибрахман Абдрахман улы (2024—20.02.2014), колхозсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1979 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоздың хисапсыһы, бухгалтеры, иҡтисадсыһы, кадрҙар бүлеге етәксеһе һәм профком рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм III дәрәжә Дан ордены (1947) кавалеры.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Ишкинин Таһир Хабрахман улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
- ↑ Тагир Ишкинин. Краеведческий проект Shagit. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
- ↑ Награждены лауреаты премии имени Шагита Худайбердина. Башинформ (6 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
- ↑ Таһир Ишкинин. Ауыр микән башҡорт булыуҙары? (баш.). — Өфө, 2019. — 189 с. — ISBN 978-5-6043896-4-5.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ИШКИНИН Таһир Хабрахман улы
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5