14 сентябрь
14 сентябрь — рәсми календарь буйынса йылдың 257-се (кәбисә йылында 258-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 108 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Бөтә донъя беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү көнө.
Төбәк байрамдары
- Ставрополь крайы көнө.
- Ульяновск өлкәһе: Баҡсасылар көнө.
- Саха Республикаһы: Велосипед спорты көнө.
Румыния: Инженерҙар көнө.
- 1741: 23 көн туҡтауһыҙ эшләү һөҙөмтәһендә Германия композиторы Георг Гендель «Мессия» ораторияһын яҙып бөтә.
- 1867: Карл Маркстың «Капитал» китабының 1-се томы донъя күрә.
тулы исемлек
- 1886: Джордж Андерсон (George Anderson) яҙыу машинкаһы таҫмаһына патент ала.
- 1896: Пётр Лесгафт башланғысы менән Петербургта «Физик тәрбиә етәкселәре һәм тәрбиәселәре курсы» (бөгөнгө П. Ф. Лесгафт исемендәге физик культура институты) асыла.
- 1917: Монархияны ҡолатыуҙы рәсмиләштереп, Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итә.
- 1919: «Известия Башкортостана» гәзитенең тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1925: «Һәнәк» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1937: Дим локомотив депоһы ойошторола.
- 2007: Өфө почтамты бинаһы ҡаршыһында символик «Нуль километр» билдәһе ҡуйыла: ул — Өфө һәм башҡа ҡалалар араһындағы алыҫлыҡты үлсәүҙең башланғыс нөктәһе.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Поляковский Иосиф Болеславович (1925—26.05.1981), нефтсе-инженер. 1945—1966 йылдарҙа «Туймазабурнефть» тресының быраулаусыһы һәм быраулау мастеры, 1967 йылдан — участка начальнигы; 1970 йылдан район инженер технология хеҙмәте начальнигы, 1974 йылдан — Өфө быраулау эштәре идаралығының производство техник бүлеге инженеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғиниәтулла Ҡапҡаев (1856—21.03.1930), ислам дине әһеле. 1893—1917 йылдарҙа Өфөләге Ырымбур Диниә назаратының, 1920-се йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы.
- Яруллин Харис Хафиз улы (1924—3.10.1987), физиолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Медицина Фәндәре академияһының Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1970 йылдан — Медик‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
тулы исемлек
- Вачаев Анатолий Васильевич (1936—2000),инженер-металлург-ғалим. 1978 йылдан Магнитогорск тау-металлургия институты һәм Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылға тиклем йылылыҡ-газ менән тәьмин итеү һәм елләтеү кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1972), профессор (1997).
- Зәйнәғәтдинов Геннадий Алексеевич (1946—04.2024), рәссам, график. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975) һәм атҡаҙанған рәссамы (1980). 1970 йылдан республика, төбәк һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
- Тайыпова Асия Зөфәр ҡыҙы (1946), быяла эшләүсе, йәмәғәтсе. 1963—1985 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Баринова Наталия Юрьевна (1956), ғалим-педагог. Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы Стәрлетамаҡ филиалының элекке уҡытыусыһы һәм директоры. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Музюкина Ольга Юрьевна (1961), педагог, муниципаль орган һәм мәғариф хеҙмәткәре. 2009—2014 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм идаралығы етәксеһе; 2015 йылдан Советтар Союзы Геройы Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназия директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (1912—30.01.1993), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби жеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылынан.
- Аверин Андрей Михайлович (1922—10.03.1998), нефтсе. 1967—1978 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр менән иретеп йәбештереүсеһе, операторы. Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙстандың Лебяжье ауылынан.
тулы исемлек
- Максимча Иван Васильевич (1922—26.04.1985), хәрби осоусы, майор. 1946 йылдан СССР-ҙың граждандар авиацияһы лётчигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районының Николаевка ауылынан.
- Әхмәтйәнов Рәмил Мәсхүт улы (1937—30.06.2007), спортсы һәм Конькиҙа йүгереү спорты буйынса тренер. 1966 йылдан «Ағиҙел» спорт клубының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 1974 йылдан «Труд» спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, 1984—1985 йылдарҙа «Буревестник» спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советының өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1978 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), СССР-ҙың спорт мастеры (1962).
- Баймурзин Исҡужа Абдулғат улы (1947), машиналар эшләүсе. 1966—1998 йылдарҙа Баймаҡ ҡойоу-механика заводы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1988). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Абрамова Лариса Михайловна (1957), ғалим-геоботаник. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 2002 йылдан Көньяҡ Урал Ботаника баҡса-институтында лаборатория мөдире, 2019 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2008), Рәсәй Федерацияһының (2018) һәм Башҡортостан Республикаһының (2013) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Сидорова Ирэна Тимерйән ҡыҙы (1962), педагог. 1985 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы хәҙерге 2-се лицейының математика уҡытыусыһы, 1998 йылдан директорҙың уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан — лицей директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2014), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (1928—25.05.2004), хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1972).
- Шәрипова Сәлиха Салихйән ҡыҙы (1928), малсылыҡ ветераны. 1957—1984 йылдарҙа Хәйбулла районының игенселек һәм Матрай совхоздары быҙау ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Йәнбәков Венер Әхмәт улы (1938—28.11.2014), шағир һәм журналист. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.
- Матюшин Сергей Иванович (1943—9.11.2012), табип, яҙыусы, тәржемәсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
- Исламов Рәмил Фәнәүи улы (1958), ғалим-әҙәбиәт белгесе. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, Әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәге мөдире. Филология фәндәре докторы, Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Уҫман ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Игнатьев Семён Денисович (1904—27.11.1983), СССР-ҙың партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1943—1946 йылдарҙа ВКП (б)-ның һәм 1953—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың 1-се—5-се саҡырылыш, РСФСР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1940, 1944, 1948, 1957), Октябрь Революцияһы (1974), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры.
- Яруллин Харис Хафиз улы (1924—3.10.1987), физиолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Медицина фәндәре академияһының Мәскәүҙәге Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1970 йылдан — Медик‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
тулы исемлек
- Булатов Анатолий Павлович (1939—23.12.2017), зоотехник-ғалим. 1988 йылдан хәҙерге Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһының кафедра мөдире, 2013—2017 йылдарҙа — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2007—2017 йылдарҙа «Кормление сельскохозяйственных животных и кормопроизводство» журналының баш мөхәррире. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Ләмәҙ ауылынан.
- Яковлева Александра Алексеевна (1939), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1960—1994 йылдарҙа хәҙерге Күгәрсен районы Подгорный участка дауаханаһы акушеркаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре.
- Лобастова Светлана Александровна (1949), физик-ғалим, 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1990). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004).
- Күзбәкова Ләлә Миңнулла ҡыҙы (1959), табип. Мәләүез район үҙәк дауаханаһының балалар поликлиникаһы педиатрия бүлегенең элекке мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Кулагин Андрей Алексеевич (1979), дендроэколог-ғалим. 1997 йылдан Биология институты ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан — экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1765: Мануэл Мария Барбоза ду Бокаже, Португалия шағиры.
- 1830: Николай Бошняк, Рәсәй империяһының диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Сахалинды һәм Амур йылғаһын тикшереүсе.
тулы исемлек
- 1830: Порфирио Диас, дәүләт эшмәкәре, 1876, 1877—1880 һәм 1884—1911 йылдарҙа Мексика президенты.
- 1870: Лев Штейнберг, дирижёр, композитор һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1913: Аннализа Эриксон, Швеция актёры.
- 1965: Дмитрий Анатольевич Медведев, Рәсәйҙең өсөнсө (2008—2012) Президенты.
- 1965: Эми Уайнхаус, Англия йырсыһы.
- 2008: Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре.