Аннализа Эриксон
Гражданлығы | |
---|---|
Хәләл ефете | Jurgen Schildt[d] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1] |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | актриса |
Вафат булған көнө | 21 апрель 2011[2] (97 йәш) |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1930 — наст. время |
Тыуған көнө | 14 сентябрь 1913 |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Аннализа Эриксон (швед. Annalisa Ericson, 14 сентябрь 1913 йыл — 21 апрель 2011 йыл[3]) — швед актёры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аннализа Эриксон Стокгольмда Юргорден утрауында 1913 йылдың 14 сентябрендә тыуа. Үҙ карьераһын 1919 йылда, Стокгольмда Король опера сәхнәһендә беренсе ролдәрен башҡарып, балетта башлай. 1930 йылда балеттан киткәс, Стокгольмдың театр сәхнәләрендә төрлө пьесаларҙа һәм ревюла актриса сифатында беренсе тапҡыр сығыш яһай. Шул уҡ йылда уның ҙур экранда тауышһыҙ швед фильмында дебюты үтә. 1932 йылда Эриксон кинола «Värmlänningarna» фильмы сыҡҡас тәүге уңышҡа өлгәшә.
1940-сы йылдарҙа актёр Нильс Поппе менән бергә күп кенә мюзиклдарҙа күренә, уның менән төрлө акробатик бейеүҙәр башҡара[4]. 1950 йылдарҙа актриса мюзиклдарҙа төшөүен дауам итә һәм ревюларҙа сығыш яһай, шул иҫәптән — Коул Портерҙың «Үп мине, Кэт» мюзиклында ҡатнаша (1951) һәм шул йылда уҡ Ингмар Бергмандың «Йәй интерлюдияһы» фильмында күренеп ҡала. 1960 йылдың башынан Эриксон кинола күпкә һирәгерәк төшә башлай, 1993 йылда швед телевидениеһында «Шымсы» сериалының бер эпизодында үҙенең һуңғы ролен башҡара.
Аннализа өс тапҡыр кейәүҙә булған, икенсе никахында берҙән -бер балаһы — улы Клас фон Сигибаден тыуа(1943)[5].
Аннализа Эриксон Стокгольмда 97 йәшендә 2011 йылдың 21 апрелендә вафат була.
Танылыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2001 йыл — «Алтын ҡуңыҙ» почётлы премияһы (2001)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Musikverkets auktoritetsdatabas — 2017.
- ↑ http://www.svd.se/kultur/skadespelerskan-annalisa-ericson-dod_6112117.svd
- ↑ Atonbladet.se, 23 april 2011
- ↑ Ericson Annalisa. Mina sju liv. — Stockholm: Norstedts, 1982. — ISBN 911823142X.
- ↑ Annalisa Ericson — Biography
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аннализа Эриксон (англ.) на сайте Internet Movie Database