Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы
Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (11 сентябрь 1930 йыл — 14 сентябрь 2008 йыл) — партия органдары хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Зарипов Айрат Йәнсура улының әсәһе.
Биографияһы
Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы Ҡорбанова 1930 йылдың 11 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дыуан-Мәсетле районында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.
- 1952 йыл Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлаған;
- 1958 йыл Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлаған;
- 1952—1955 йылдар Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- 1955—1972 йылдар Мәсетле районының Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- 1972—1985 йылдар КПСС-тың Мәсетле район комитететы сәркәтибе;
- 1986—2005 йылдар Мәсетле районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе.
- 2008 йылдың 14 сентябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 1965 йыл БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
- 1971 йыл Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- 1948 йыл 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалы;
- 1970 йыл Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы миҙалы;
- 1984 йыл Хеҙмәт ветераны миҙалы.