Исламов Рәмил Фәнәүи улы
Исламов Рәмил Фәнәүи улы (рус. Исламов Рамиль Фанавиевич; 14 сентябрь 1958 йыл) — әҙәбиәт белгесе-ғалим. 2017 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһы Татар энциклопедияһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре докторы (2022). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2019).
Биографияһы
Рәмил Фәнәүи улы Исламов 1958 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Балтас районы Уҫман ауылында тыуған.
1976—1978 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтә.
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, тыуған ауылында шофёр булып эшләп ала һәм 1982 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[2] филология факультетының татар-рус бүлегенә уҡырға инә.
Юғары һөнәри белем алғас, 1987—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалы Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының[3] аспирантураһында уҡый, уны тамамлағандан һуң институтта әҙәбиәт ғилеме бүлегенең кесе ғилми хеҙмәткәре вазифаһына эшкә алына.
1992 йылда «Тюркское “Шахнаме” (историко–типологический анализ)» темаһына кандидатлыҡ, 2002 йылда «“Шахнаме” Шарифа в контексте золотоордынской и кипчакско–мамлюкской литератур (Источники. Поэтика)» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Артабан Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәге мөдире була.
1992 йылда аттестация һөҙөмтәләре буйынса ғилми хеҙмәткәр вазифаһына күсерелә, 1994 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
2002 йылда Конкурс нигеҙендә институттың әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире вазифаһына һайлана.
Рәмил Исламов институттың Ғилми советы ағзаһы, институт һәм Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты ҡарамағындағы Докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса диссертация советы ағзаһы.
2007 йыл башында институт директорының фән буйынса урынбаҫары итеп һайлана.
2017 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһы Татар энциклопедияһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
Фәнни эшмәкәрлеге
Урта быуат дөйөм төрки, төрки-татар әҙәбиәте проблемаларына арналған күп ғилми мәҡәләләр авторы.
Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә «Алтын Урҙа һәм мәмлүктәр Мысыры: яҙма мираҫ, мәҙәни үҙ-ара бәйләнештәр» (Ҡазан, 1998) һәм «Урта быуат төрки шиғриәтенең художестволы үҫешендә Шәрифтең "Шахнаме"һе. (Текст һәм сығанаҡтар. Шиғырҙар төҙөү һәм стиль)» (Ҡазан, 2001) тигән монографиялар баҫтырып сығарҙы.
Ул шулай уҡ китаптар, фәнни йыйынтыҡтар авторы һәм төҙөүсеһе: «Хусам Кятиб. Джумджума султан» (Казань, 2000), «Кисекбаш» (Казань, 2000), «Галимджан Ибрагимов и современность: материалы научной конференции, посвященной 115-летию со дня рождения» (Казань, 2002), «Проблемы развития татарской нации (языковой, литературно–фольклорный и искусствоведческие аспекты: материалы межрегиональной научно–практической конференции)» (Казань, 2004); шулай уҡ «Гаяз Исхаки. Сочинения» (Казань, 1998, 1 том), «Акмулла и современность» (Казань, 2007), «Галимджан Ибрагимов и XXI век: материалы международной научно–практической конференции, посвященной 120-летию со дня рождения» (Казань, 2007), «Карим Тинчурин и татарское искусство: материалы Всероссийской научно–практической конференции» (Казань, 2007), «Проблемы языка, литературы и народного творчества: сборник работ молодых ученых и аспирантов» (Казань, 2007, вып. 4) исемле баҫмаларҙың ғилми мөхәррире.
Төбәк, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ғилми һәм ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, симпозиумдарҙа, семинарҙарҙа докладтар менән әүҙем сығыш яһай. Татарстан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа республикалары юғары уҡыу йорттары студенттарына лекциялар уҡый.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2019)
- Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге муниципаль премияһы (2022)[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты
- ↑ Хәҙер Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты
- ↑ Лауреатом премии им.Галимджана Ибрагимова выбрали ученого-филолога. Газета «Аургазинский вестник», 6 марта 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2024)
Һылтанмалар
- Академия наук Республики Татарстан. Институт татарской энциклопедии и регионоведения им. М. Хасанова. Официальный сайт. Исламов Рамил Фанавиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2024)