12 июнь
12 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 163-сө (кәбисә йылында 164-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 202 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Милли
Бразилия: Ғашиҡтар көнө.
Парагвай: Тыныслыҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Рәсәй көнө.
Финляндия: Хельсинки көнө.
Төбәк байрамдары
Башҡортостан:
- Республиканың баш ҡалаһы Өфө көнө.
- 1849 йыл: Противогазға патент алына.
- 1920 йыл: Панама каналы рәсми асыла.
тулы исемлек
- 1941 йыл: Өфө авиация техникумы эшләй башлай, 2012 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты составында.
- 1955 йыл: Хәҙерге Яҡут (Саха) Республикаһы биләмәләрендә ҙур алмаз ятҡылығы табыла.
- 1990 йыл: «Матбуғат һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары тураһында» тигән закон менән СССР-ҙа цензура бөтөрөлә.
- 1990 йыл: РСФСР халыҡ депутаттарының I съезы дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Орсаев Егор Орсаевич (1910—25.09.1951), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы) Камай ауылынан.
- Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы (1930—10.05.2017), педагог. 1956 йылдан Бөрйән районы Иҫке Монасип һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры, 1995 йылдан — Нәби урта мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, 1998—2003 йылдарҙа — Яңы Монасип мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977).
тулы исемлек
- Күҫәкова Зәбирә Шәһит ҡыҙы (1945), технолог-инженер. 1972—1981 йылдарҙа «Башнефтезаводстрой» тресы технологы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Ғәли Хәмзин (1950—15.11.2009), йырсы. 1981—2009 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2000 йылға тиклем «Йәдкәр» фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1997) һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Краснодар, 1985); Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), «Берҙәмлек» халыҡ-ара фольклор фестивале (Өфө, 1993) дипломанты.
- Шәрәфлисламов Мәҡсүт Динислам улы (Мәҡсүт Шәрәф; 1950), журналист, йәмәғәтсе. 1986 йылдан Йәрмәкәй район гәзите мөхәррире урынбаҫары, 2007 йылдан «Ермекеевские новости» гәзитенең башҡорт телендә сыҡҡан «Етегән» ҡушымтаһы мөхәррире. 1987—1989 йылдарҙа Йәрмәкәй район советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы (1866—30.10.1913), уҡытыусы-мәғрифәтсе. 1895—1902 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән ауылындағы рус-башҡорт училищеһы мөдире. «Тырышлыҡ өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1900). Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһының почётлы гражданы (1906).
- Мостафин Миҙхәт Әхмәтсафа улы (1931), хирург-онколог-ғалим. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1964), доцент (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Күҙәй ауылынан.
тулы исемлек
- Яровая Татьяна Ивановна (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1979 йылдан Өфөләге 49-сы поликлиниканың шәфҡәт туташы һәм өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районынан.
- Степашина Антонина Владимировна (1956), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1977 йылдан Стәрлетамаҡ районы Николаевка һөт-тауар фермаһы иҫәпсеһе, 1983 йылдан — ферма мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғабдрахманова Әниә Фәүзи ҡыҙы (1961), офтальмолог-ғалим 1993 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1998 йылдан — бүлек етәксеһе, 2006 йылдан — директор урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Йөгәмеш ауылынан.
- Йосопова Альбина Сәғит ҡыҙы (1961), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2001 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2014—2017 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҙнабаев Тәлғәт Әхмәтғәлим улы (1912—20.05.1980), ауыл хужалығы һәм урындағы совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан хәҙерге Көйөргәҙе районының «Урожай» колхозы, 1939 йылдан — Яҡшымбәт ауыл Советы, 1942—1969 йылдарҙа «Искра» колхозы рәйесе. Ленин (1966), II дәрәжә Ватан һуғышы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән Яҡшымбәт ауылынан.
- Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (1932—5.07.2009), педагог, яҙыусы, 1952-1992 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Ҡулибаев Илдус Хайбрахман улы (1937—1.05.2001), ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1960 йылдан Хәйбулла районы «Матрай» совхозының баш агрономы, 1974 йылдан «Аҡъяр» совхозы директоры; 1978 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының икенсе, 1980 йылдан — беренсе секретары; 1984 йылдан «Хәйбулла» совхозы директоры, бер үк ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа Сиҙәм ауыл Советы рәйесе, 1997 йылдан — Өфө ауыл Советы рәйесе; 1998—2001 йылдарҙа Һаҡмар шифаханаһы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Пелагеин Леонид Яковлевич (1942—9.04.2021), табип. 1977—2013 йылдарҙа Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы, РСФСР-ҙың социаль тәьминәт отличнигы (1987).
- Лопухова Ольга Борисовна (1952), театр актёры. 1981 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рус драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1991—2003 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы., 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (1908—15.02.1994), театр актёры, режиссёр һәм драматург. 1938 йылдан СССР Театр эшмəкəрҙəре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.
- Коннов Станислав Петрович (1938—24.04.2021), инженер. 1979 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең производствоны, хеҙмәтте һәм идара итеүҙе фәнни ойоштороу бүлегенең өлкән инженеры, производство начальнигы, берекмәнең генераль директоры урынбаҫары; 2005—2021 йылдарҙа генераль директорҙың кәңәшсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Харисов Ринат Зөфәр улы (1953), рәссам. 1989 йылдан СССР–ҙың Рәссамдар союзы, «Сыңғыҙхан» ижад берекмәһе ағзаһы. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған рәссамы. «Туран» бойондороҡһоҙ культурология фондының Беренсе халыҡ-ара бойондороҡһоҙ культурология премияһы лауреаты (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ленин-Бүләк ауылынан.
- Туйсина Флүрә Париж ҡыҙы (1958), мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы. 1975 йылдан (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1992 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ферапонтов Владимир Петрович (1909—18.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы (1924—25.09.2007), эске эштәр органдары һәм мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Иманғол ауылынан.
тулы исемлек
- Котенков Александр Константинович (1944—14.12.2016), парашютсы-спортсы. 1972—2004 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһынең инструктор-парашютсыһы. Парашют спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайы Александров районының Луньевка ауылынан.
- Машкин Александр Петрович (1944), элемтәсе, йәмәғәтсе. Хәҙерге «Башинформсвязь» йәмғиәтенең Күмертау район-ара электр элемтәһе үҙәгенең элекке директоры. 2006—2008 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Рәхмәтуллин Дамир Нурғәли улы (1949—19.01.2024), ветеринария табибы. 1972 йылдан Учалы районы «Байрамғол» совхозының өлкән ветеринария табибы-эпизоотологы, 1979 йылдан — баш ветеринария табибы. 1987—1990 һәм 1995—2012 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы ветеринария станцияһы начальнигы, 1990—1995 йылдарҙа «Байрамғол» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән ошо райондың Һөләймән ауылынан.
- Русакова Галина Александровна (1949), табип-педиатр. 1991—2016 йылдарҙа Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының бүлек мөдире, баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1890 йыл: Эгон Шиле, Австрия рәссамы һәм графигы, экспрессионизм вәкиле.
- 1915 йыл: Владимир Магницкий, СССР-ҙың геофизик-ғалимы, академик.
тулы исемлек
- 1915 йыл: Дэвид Рокфеллер, АҠШ банкиры, дәүләт эшмәкәре.
- 1920 йыл: Лазарь Карелин (төп фамилияһы Кац), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1950 йыл: Вячеслав Полунин, клоун, режиссёр, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2001).
- 1955 йыл: Анатолий Белкин, СССР һәм Рәсәйҙең хоҡуҡ белгесе, шағир һәм эрудит, «Что? Где? Когда?» телевизион уйынында ҡатнашыусы.