Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы

Лотфулла Кәлимулла улы Әбделғәзизов (рус. Лутфулла Калимуллович Абдулгазизов; 1866 йылдың 12 июне, Һарыҡташ2013 йылдың 30 октябре, Троицк, Силәбе өлкәһе) — уҡытыусы-мәғрифәтсе. 1895—1902 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән ауылындағы урыҫ-башҡорт училищеһы мөдире. Тырышлыҡ өсөн көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1900). Хәҙерге Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһының почётлы гражданы (1906).

Биографияһы

Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы 1866 йылдың 12 июнендә Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы) Һарыҡташ ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

1886 йылда Ырымбур татар уҡытыусылары мәктәбен тамамлай, рус теле уҡытыусыһы танытмаһын ала. Ырымбур уҡыу округы инспекторы В. В. Катаринскийҙың тәҡдиме менән Мәтәл башланғыс рус-башҡорт мәктәбенә эшкә тәғәйенләнә[1].

К. Д. Ушинский, Н. А. Корф, Ф. И. Буслаев, Ҡәйүм Насыри кеүек педагогтарҙың хеҙмәттәрен өйрәнә, В. В. Катаринский, А. Г. Бессонов, И. А. Алтынсариндан кәңәштәр ала, рус-инородецтар мәктәптәренең алдынғы уҡытыусылары менән күп яҡлы бәйләнеш тота. Эшендә яңы алым һәм ысулдарҙы ҡыйыу ҡуллана, рус теле һәм уҡыу дәрестәре өсөн күргәҙмә әсбаптар яһай. Дәрестә күргәҙмә материалдар нигеҙендә тура (натураль) алымды оҫта файҙалана. Тәү башлап рус грамотаһына өйрәтеүҙә өн анализы һәм синтезын төп эш алымы итеп һайлай, уны сағыштырыу, тәржемә итеү ысулдары менән байыта. Уларҙы ижади ҡулланыу, балаларҙың туған теле үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу Мәтәл мәктәбендә ике-өс йыл эсендә рус теле уҡытыуҙың сифатын яҡшырта[2].

1892—1893 йылдарҙа йәйге каникул ваҡытында Ырымбурҙа баҡсасылыҡ һәм ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы курста була. Артабан Мәтәлдә, Аҡкөсөктә уҡыусы балалар менән мәктәп баҡсаһы булдыра, унда емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ауыл халҡына лекциялар уҡый, был эштәрҙең әһәмиәтен аңлата.

1895 йылдың 1 авгусында Ырымбур уҡыу округының Аҡкөсөк (Сермән) башланғыс рус-башҡорт мәктәбенә директор һәм рус теле уҡытыусыһы итеп ебәрелә[1]. Бында ете йыл эшләй, уҡытыу ысулдарын һәм алымдарын камиллаштыра, халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәре алып бара. Мөғәллим ауыл кешеләрен йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә өйрәтә[2].

1902 йылдың 1 авгусында Троицк ҡалаһының ике синыфлы рус-татар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә[1]. Бында ул башҡорт, татар балаларына рус телен уҡытыу ысул һәм алымдарын камиллаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндә эшләүен дауам итә, төрлө темаларға дәрес пландары, методик ҡулланмалар яҙа. «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәренең һорауын үтәп, ул үҙе уҡытҡан һәм директор булған мәктәптә рус телен өйрәнеүселәр түңәрәге, шәхси дәрестәр һәм консультациялар ойоштора.

1900 йылда Аҡкөсөк рус-башҡорт мәктәбе эшен яҡшы ойошторғаны өсөн «За усердие» миҙалы менән бүләкләнә, 1906 йылда уға «Троицк ҡалаһының почётлы гражданы» тигән исем бирелә[3]. 1912 йылдың ноябрендә уның педагогик эшмәкәрлегенә 25 йыл тулыу юбилейы киң билдәләп үтелә, Ырымбур ваҡытлы матбуғаты биттәрендә хәбәрҙәр баҫылып сыға, ҡотлау телеграммалары ебәрелә.

Лотфулла Әбделғәзизов үпкә туберкулезы менән ауырып, 1913 йылдың 30 октябрендә Троицкиҙа вафат була[1]. 31 октябрҙә, уны ерләгән көндө, ҡала мәктәптәрендә уҡытыу туҡтатыла, уны һуңғы юлға оҙатырға халыҡ, уҡытыусылар һәм шәкерттәр күп килә[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (12 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (баш.)
  2. 1 2 Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре (тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр). Беренсе китап. — Өфө: Китап, 2003. — 256 с. — ISBN 5-295-03223-Х. (баш.)  (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026)
  3. 1 2 Просветитель. Сайт города Тоицк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре (тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр). Беренсе китап. — Өфө: Китап, 2003. — 256 с. — ISBN 5-295-03223-Х.